03:14 (UTC+5), 31 Июля 2017

Радик Юлъяҡшин – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

автор
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алды. Баймаҡ районының Граф күле буйында үткән Башҡорт йәштәре йыйынында указға ҡул ҡуйылыуы хаҡында билдәле булды.
Яратҡан артисты ҡарарға тиҫтәләгән мең кеше йыйылды, ә сығышы сәғәт ярымдан ашыу дауам итте. Йырҙарының бер өлөшөн Радик Юлъяҡшин Ион Румыния музыканты менән бергәләп йырланы. Иондан тыш, концертта Zainetdin этно-шоу проекты, «Ҡарауан» төркөмө, Мәскәүҙән «Zаман» этно-проекты һәм башҡалар ҡатнашты.
Йыйынды ябыуҙа ситтән тороп һәм көн дауамында уҙғарылған конкурстарға: грэпплинг, көрәш буйынса ярыштарға, шәжәрә, йәш егеттәр араһында «Урал бөркөтө», «Зап-заманса-2017» заманса башҡорт костюмы конкурстарына йомғаҡ яһалды. Баймаҡ районы командаһы этноквеста еңеүсе булып сыҡты – нәҡ ошо ҡыҙҙар һәм егеттәр бөтә ярыш йомғаҡтары буйынса иң күп балл йыйҙы.
Сара дискотека менән тамамланды, ул төнгә тиклем дауам итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт йәштәре йыйыны 29 июлдә үтте. Байрам республиканың төрлө райондарынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Һарытау өлкәләренән, Татарстандан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм башҡа төбәктәрҙән 50-ләгән команданы йыйҙы.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика