05:30 (UTC+5), 31 Июль 2017

Рәсәйҙең икенсе вице-мисс исемен яулаған ҡыҙ башҡорт кейеме конкурсында жюри ағзаһы булды

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостанда «Зап-Заманса-2017» заманса башҡорт кейеме фестиваль-конкурсы уҙҙы. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Баймаҡ районы хакимиәте ойошторған Башҡорт йәштәре йыйыны барышында үткәрелде.
Конкурстың төп маҡсаттары – заманса кейемдә халыҡ стилен популярлаштырыу, халыҡ мәҙәниәте нигеҙендә йәш быуында эстетик зауыҡ тәрбиәләү, мәҙәни алмашыу һәм башҡалар. Конкурста ҡатнашыуға профессиональ модельерҙар һәм һәүәҫкәрҙәр саҡырылғайны.
«Мораҡ ауылынан «Ете ҡыҙ» ательеһы ете костюмдан торған коллекция тәҡдим итте. Был һан беҙҙең өсөн символик мәғәнәгә эйә: ете ҡыҙ, ете быуын, һәр береһенең үҙ тамғаһы булған ете ырыу. Беҙ деталдәр аша йәштәргә боронғо тарихты еткерергә теләйбеҙ. Улар сит телдәге һүҙҙәр яҙылған футболкалар урынына быуындар бәйләнешен сағылдырған «үҙ» кейеменә өҫтөнлөк бирһен өсөн», — тип һөйләне Күгәрсен районы делегацияһы ағзаһы Фәймә Аҡъюлова.
Рәсәйҙең икенсе вице-мисс исемен яулаған Альбина Әхтәмова костюм конкурсында жюри ағзаларының береһе булды. Бәйгелә Башҡортостан һылыуҡайы жюриҙы милли кейемдәре менән әсир итте, бөгөн иһә ошо моделдәрҙең ҡайһы берҙәрен бик оҡшатыуын белдерҙе.
«Заманса костюмда этник биҙәктәрҙе файҙаланыу мөһим тип иҫәпләйем. Ошо хаҡта һөйләргә, хәҙерге йәштәр араһында пропагандаларға кәрәк», — тине Альбина.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика