17:31 (UTC+5), 31 Июля 2017

Нидерландтарҙа башҡорт яугирҙәренә һәйкәл буласаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Нидерландтарҙа 1813-1814 йылдарҙа илде Наполеон армияһынан азат иткән башҡорт яугирҙәренә һәйкәл ҡуйыла. ТАСС хәбәр итеүенсә, һәйкәлде Гелдерланд провинцияһында Эйссел йылғаһы буйына урынлаштырыу ҡаралған. Асыу тантанаһы 9 сентябргә билдәләнгән.
«Тап ошонда 200 йылдан ашыу элек генерал Александр Бенкендорф етәкселегендәге башҡорт яугирҙәре, кәмәләрҙән понтон күпер төҙөп, көслө ағымлы йылғаны һуғышып аша сыҡҡан, һәм һуңынан яҡын-тирәләге бер нисә ҡаланы азат иткән, Амстердамға барып еткән», — ти автор монументаль композицияның авторы.
Һәйкәл өҫтөндә скульптор, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Александр Таратынов эшләй. Ул Германияла Чехов, Югославияла Пушкин, Черногорияла Высоцкий, Нидерландтарҙа бөйөк княгиня Анна Павловна һәйкәлдәре, Швейцарияла Суворов бюсы һәм башҡа бик күп проекттарҙың авторы булып тора.
Скульптор билдәләүенсә, Нидерландтар рус армияһы көсө менән азат ителгән һәм әлегәсә йәшәп килгән монархия билдәләнгән. Һәйкәл Голландия яғы башланғысы менән ҡойола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика