Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
24+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Июль 2017, 11:39

Өфөләрҙе бейеү кисәһенә саҡыралар

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 27 июлдә Өфөләге Ике фонтан майҙанында (Йәштәр театры янында) бейеү open air кисәһе була.
Ойоштороусыларҙың уйынса, бер майҙансыҡта zumba һәм Латин-Америка бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтеү ҡаралған. Теләге булған һәр кем бейеүселәргә ҡушылып, яңы хәрәкәттәрҙе үҙләштерә ала.
Кисәнең аҙағында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар араһында клубтың фитнес-картаһы уйнатыла.
Шулай уҡ майҙанда балалар анимацияһы эшләй. Инеү ирекле.
Киске сәғәт 7-лә башлана.
Читайте нас: