12:18 (UTC+5), 24 Июля 2017

Башҡортостанда «ЛиФФт» Бөтә Рәсәй әҙәби журналының төбәк редакцияһы ойошторолдо

Башинформ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда «ЛиФФт» Бөтә Рәсәй әҙәби журналының төбәк редакцияһы ойошторолдо. Баҫманың төбәктәге мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина республикала журналдың беренсе һаны баҫылып сығыуы хаҡында хәбәр итте.
«Һәммәбеҙҙе лә — Башҡортостан яҙыусыларын һәм уҡыусыларын яңы журнал менән! Һеҙҙе әһәмиәтле мәҙәни ваҡиға — ҡыҙыҡлы, күптән көтөлгән баҫманың донъя күреүе айҡанлы ҡотлайым! — тип мөрәжәғәт итә мөхәррир журнал биттәрендә.
«ЛиФФт» проекты журналдың республика һандарын баҫтырырға мөмкинлек бирә. Унда төбәк тәржемәселәре көсө менән башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен рус телле уҡыусыға еткереү маҡсат итеп ҡуйыла.
Мәҫәлән, «ЛиФФт» журналының тәүге һанына Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Салауат Әбүзәров, Йомабикә Ильясова, Марсель Сәлимов, Зәки Әлибаев, Мөнир Ҡунафин, Наил Мәхмүтов, Айгиз Баймөхәмәтов кеүек авторҙарҙың әҫәрҙәре ингән.
Бер йыл эсендә ошондай ике төбәк сығарылышын баҫтырыу күҙаллана.
Белешмә. «ЛиФФт» проекты — Бөтә Рәсәй әҙәбиәт фестивале һәм ошо уҡ исемдәге әҙәби журнал. Уның ҡатнашыусылары араһында — 50 төбәк. Бөгөнгә проект сиктәрендә «ЛиФФт» ун төбәк һәм биш бөтә Рәсәй журналы донъя күргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика