10:16 (UTC+5), 20 Июля 2017

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингы популярлыҡ яулай бара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. #Башҡортостандың яратҡан рәссамдары халыҡ рейтингы популярлыҡ яулай бара. 1 июлдән алып проекттың рәсми сайтын 100 меңдән ашыу тапҡыр ҡарағандар. Сайтҡа биш меңдән ашыу кеше ингән. 20 көн эсендә онлайн-галереяла 645 картина ҡуйылған. Конкурста бөтә республиканан 136 рәссам ҡатнаша.
Ошо ваҡыт арауығында лидерҙар ҙа билдәләнгән. Мәҫәлән, «Оҫта» номинацияһында Елена Веревкина иң күп тауыш йыйған, «Легенда» категорияһында беренсе урында — Леонид Круль, «Актуаль сәнғәт» номинацияһында иң популяры — Гөлшат Суфиянова, «Самородоктар» араһында Гөлнара Ғәлимова күп «лайк» йыйған.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, яратҡан рәссамдары өсөн республика халҡы ғына түгел, Канадала һәм Мексикала йәшәгән ватандаштар ҙа тауыш бирә.
Тауыш биреү эштәрҙе ҡабул итеү менән бергә бара. Рәссамдар хәҙер ҙә проектҡа ҡушыла ала. Эштәрҙе үҙаллы урынлаштырырға мөмкин.
«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты халыҡ рейтингын төҙөү өсөн төбәктәге бөтә рәссамдарҙың эштәрен берләштереүгә йүнәлтелгән. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса китап-альбом донъя күрәсәк.
«Китап сығарыу хаҡында уйлағанда минең идеям ошондай ҙур проектҡа әүерелер тип көтмәгәйнем. Ошо эштә республикалағы бик күп һоҡланғыс кешеләр ярҙам итә. Конкурстың идеяһы — яҡташтарыбыҙҙың эштәрен популярлаштырыу. Бынан тыш, интернет ярҙамында рейтинг тыуған төйәгебеҙҙе унан ситтә лә танытырға мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ», — ти проекттың авторы Наил Мәхмүтов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика