12:02 (UTC+5), 20 Июля 2017

Баш ҡалала өсөнсө тапҡыр «Владимир Спиваков саҡыра…» фестивале уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Баш ҡалала өсөнсө тапҡыр «Владимир Спиваков саҡыра…» фестивале уҙғарыла. Маэстро «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә 14-16 сентябрҙә сығыш яһай. Йола буйынса, Владимир Спиваков етәкселегендәге Рәсәйҙең Милли симфоник оркестры концертында йәш таланттар — күп һанлы халыҡ-ара конкурс лауреаттары ҡатнаша.
14 сентябрҙә тамашасылар алдында Япониянан 9 йәшлек пианистка Шио Окуи һәм Швециянан 16 йәшлек скрипкасы Даниэль Лозакович сығыш яһай.
Фестивалдең икенсе көнөндә, 15 сентябрҙә, Өфөнән йәш пианист Тимофей Владимиров менән осрашыу ҡаралған.
Һуңғы көндә тамашасыларға Чарли Чаплиндың «Малыш» фильмы күрһәтелә. Солист — илдәге танылған музыкант, борғосо һәм алып барыусы Вадим Эйленкриг.
Тәүге «Владимир Спиваков саҡыра…» халыҡ-ара фестивале Өфөлә 2015 йылдың сентябрендә үтте. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙәге байтаҡ ҡалаларҙа уҙғарылған музыкаль проект республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың булышлығы менән ойошторолдо. Быйыл сығышы менән Өфөнән булған маэстро Владимир Спиваковҡа ҡаланың Почетлы гражданины исеме бирелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика