09:42 (UTC+5), 18 Июля 2017

Башҡорт опера һәм балет театрының 80-се миҙгеле «Ал сәскә» балетының премьераһы менән асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 30 сентябрҙә Башҡорт опера һәм балет театрының юбилейлы 80-се ижад миҙгеле башлана. Ул «Ал сәскә» ғаилә балетының премьераһы менән асыла. Уның өҫтөндә Мәскәүҙән килгән ҡуйыусылар эшләй.
Балеттың көйөн һәм либреттоһын Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле Мәскәүҙә эшләгән композитор Владимир Купцов яҙған. Шулай уҡ хореограф, Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Петров, сценограф Григорий Белов һәм костюмдар буйынса рәссам Ольга Полянская йәлеп ителгән.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, балет «Рус дуэты — опера һәм балет» ижади проектының бер өлөшө булып тора һәм республика Башлығының 13,5 миллион һумлыҡ грантына тормошҡа ашырыла. Сергей Аксаковтың шул уҡ исемдәге әкиәте мотивтары буйынса премьера йыл һайын ойошторолған Халыҡ-ара Аксаков байрамына арналыр тип көтөлә.
«Ал сәскә» әкиәте «Багров-ейәндең бала сағы» автобиографияһына ҡушымта булараҡ 1858 йылда авторҙың үҙе тарафынан баҫтырыла. Ф. Гартмандың көйөнә беренсе «Ал сәскә» балеты 1907 йылда Мария театрында ҡуйыла. Совет осоронда «Ал сәскә» балетының премьераһы (К. Корчмарёв музыкаһы) Новосибирск театрында 1949 йылда була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика