04:12 (UTC+5), 14 Июля 2017

Башҡортостанда Милли симфоник оркестр миҙгел асыу концертын Игорь Стравинскийҙың 135 йыллығына арнаясаҡ

БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры яңы 26-сы концерт миҙгелен асыуҙы композитор Игорь Стравинскийҙың (1882-1971) тыуыуына 135 йыл тулыуға арнаясаҡ. «Музыкаль мода закондарын сығарыусы», «мең дә бер стиль кешеһе» − шулай тип уны ижадының ғәҙәти булмаған төрлөлөгө өсөн иҫән саҡта йөрөттөләр.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 29 августа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 1949 йылда Стравинскийҙың редакцияһында «Пульчинелла» балетынан Сюита яңғыраясаҡ. «Пульчинелла» балетының музыкаһын композитор Парижда «Рус миҙгелдәре»н асҡан талантлы антрепренёр Сергей Дягилевтың тәҡдиме буйынса яҙа. Балет өсөн сюжетты коллектив – Сергей Дягилев, Игорь Стравинский һәм хореограф Леонид Мясин әҙерләй, һуңғыһы үҙе Пульчинелланы бейей.
Башҡортостан Милли симфоник оркестрының әҙәбиәт бүлегенә билдәләүҙәренсә, концерт киң аудиторияға тәғәйенләнгән һәм Рәсәйҙә Стравинский йылы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Шулай уҡ асыу концерты афишаһында Александр Глазуновтың Скрипкалы ля минор концерты белдерелгән. Программаны Галзуновтың «Раймонда» балетынан музыкаль өлөштәр биҙәйәсәк.
Пуль артында – оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры Раушан Яҡупов. Концерт киске сәғәт 7-лә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика