11:51 (UTC+5), 13 Июль 2017

Башҡортостан халҡы беренсе башҡорт краудфандинг музыкаль проектының акционерҙары булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан халҡы беренсе башҡорт краудфандинг музыкаль проектының акционерҙары булды. Аҡса «Бүреләр» рок төркөмөнөң яңы альбомын яҙҙырыу өсөн йыйылды.
2004 йылда Өфөлә ойошторолған төркөм башҡорт телендәге рокты тергеҙгән коллективҡа әүерелде. Үҙенең ижадында «Бүреләр» заманса рок мәҙәниәте менән халыҡ музыкаһы элементтарын берләштерә. Төркөм республика буйлап, Мәскәүҙә, Силәбелә концерттар менән сығыш яһаны, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашты. Клиптары Turkish Music Box халыҡ-ара музыкаль телеканалында күрһәтелә. Музыкаһы «Башҡортостан» киностудияһының «Минең йондоҙом» фильмына һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Артур+Нэнси» спектакленә ингән. Төркөм интернетта композитор Рим Хәсәнов ижад иткән «Әҡлимә» йырының панк-версияһы менән дә дан алды.
Бөгөн коллективтың иңендә — дебют альбомы, икенсе альбомды яҙҙырыу өсөн музыканттар тыңлаусыларынан ярҙам һораны. Рәсәйҙәге Planeta.ru ҙур краудфандинг платформаһында ике ай самаһы эсендә 139 400 һум аҡса йыйылды, проектты тормошҡа ашырыу өсөн 200 мең кәрәк. Төркөм яңы альбомды Мәскәүҙең иң яҡшы студияларында яҙҙырырға, әҙер эште иһә быйыл октябрь-ноябрь айҙарында ҙур концерт менән билдәләргә ниәтләй.
Төркөмдән рәхмәт һүҙҙәренән тыш, краудфандинг проекты акционерҙары тәүгеләрҙән булып альбомдың һанлы версияһын аласаҡ. Бонустар араһында бүләк CD-баҫма һәм концерттарға билеттар ҙа бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика