12:53 (UTC+5), 12 Июля 2017

Өфөлә «Байыҡ» балалар конкурсының гала-концертында башҡорт бейеүен иң яҡшы башҡарыусылар сығыш яһай

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөлә өстән 15 йәшкәсә балалар араһында «Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион конкурсына йомғаҡ яһайҙар. Иң яҡшы башҡарыусылар ҡатнашлығындағы гала-концерт 15 июлдә «Ватан» этнопаркында уҙа. Конкурс еңеүселәре менән бер сәхнәлә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, шулай уҡ Чечня, Бүрәт, Татарстан Республикаһы һәм Түбәнге Новгородтың бейеү коллективтары сығыш яһай.
Рәсәйҙә «Бала саҡ ун йыллығы» алдынан гала-концерт тәүгә Башҡортостандың баш ҡалаһында — Өфөлә үткәрелә. Проекттың авторы һәм алып барыусыһы Рита Өмөтбаева әйтеүенсә, был ойоштороусыларға — Мәҙәниәт министрлығына, ҡала хакимиәтенә һәм Башҡортостан юлдаш телеканалына күберәк тамашасылар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
«Байыҡ-2017» балалар конкурс программаһында бөтәһе ике меңдән ашыу башҡарыусы ҡатнашты, һәм 300-ө генә финалға сыҡты. Улар иҫәбендә башҡорт бейеүен башҡарыусылар — Сорғот ҡалаһынан солист Фәнзил Шәйәхмәтов һәм Германиянан апалы-һеңлеле Дилә һәм Дания Циммермандар бар», — тип һөйләне Рита Өмөтбаева.
«Байыҡ» конкурсы — халыҡ бейеү сәнғәте өлкәһендә башҡорт халыҡ бейеүен популярлаштырыуға йүнәлтелгән өҫтөнлөклө республика проекттарының береһе.
Туғыҙ йыл эсендә конкурс тамашасыларҙың һөйөүен яуланы һәм халыҡ-ара кимәлдәге фестивалгә әүерелде. Йыл һайын гала-концертҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән бейеү коллективтары килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика