02:30 (UTC+5), 11 Июля 2017

Башҡорт музыканты Рәмил Ғәйзуллин Астанала Ҡала көнөн байрам итеүҙә сығыш яһаны

Башинформ
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡорт музыканты Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы – Астананың Ҡала көнөн байрам итеүҙә сығыш яһаны. Ҡурайсы, дирижер, республиканың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин тантанала республиканың берҙән-бер вәкиле булды. Уны Ҡала көнөнә арналған «Серпер» V республика ҡаҙаҡ халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары фестиваленә саҡырғайнылар.
Фестивалдә музыкант ҡурайҙа соло – «Урал» һәм «Азамат» башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарҙы, шулай уҡ дирижер сифатында сығыш яһаны – төп ҡала майҙанында гала-концертта 250 кешенән торған йыйылма оркестр менән етәкселек итте. Уның етәкселегендә оркестр Тәлғәт Абдрахмановтың «Салауат маршы»н башҡарҙы.
«Былар барыһы ла бер ниндәй репетицияһыҙ. Музыканттар үҙҙәренең юғары кимәлдәге оҫталығын күрһәтте», — тип аңлатма бирҙе ул үҙенең оркестр менән сығышына.
Дирежер пультына Рәмил Ғәйзуллин ҡурай менән сыҡты.
«Мәскәүҙәге кеүек килеп сыҡты, соло номерынан һуң шунда уҡ оркестр менән сығыш яһарға кәрәк ине, ҡурайҙы ҡайҙа итергә белмәй уның менән сыҡтым», — тип уртаҡлашты.
Музыканттың һүҙҙәренсә, Ҡаҙағстанда ҡурайҙы бик ныҡ яраталар, ҡаҙаҡ телендә уны «һыбыҙғы» тип йөрөтәләр һәм милли музыка ҡоралы кеүек пропагандалайҙар.
«Тәжрибә уртаҡлашырға һәр саҡ шатмын, бигерәк тә туғандаш Ҡаҙағстан коллегалары менән. Фестивалдә бик күп саҡырыуҙар алдым, шул иҫәптән жюри сифатында ла. Яҡын ваҡыт эсендә Аҡтүбә,Ҡарағанда, Алматы ҡалаларына барырға ниәтләнәм», — тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты Рәмил Ғәйзуллин.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика