Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июль 2017, 08:15

«Артек»тан балалар «Өс хат» башҡорт фильмын иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы тип таныны

БР Мәҙәниәт министрлығы
БР Мәҙәниәт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Башҡортостан» киностудияһының «Өс хат» фильмы «Артек» лагерында «Ал елкәндәр» халыҡ-ара балалар кинофестивалендә бүләк яуланы. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, балалар жюрийы «Өс хат»ты иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм тип атаны. Артексылар Стивен Спилбергтың «Ҙур һәм изге күңелле алпамыша» анимация таҫмаһын иң изге күңелле фильм тип билдәләне. Иң төплө фильм – режиссерҙар Ким Дружинин һәм Андрей Шальопаның «28 панфиловсы» хәрби драмаһы. «Иң-иң фильм» тигән төп номинацияла Дмитрий Киселевтың «Беренселәр дәүере» картинаһы еңде.
Хәҙерге ваҡытта танылған Ҡырым лагерында Рәсәйҙең 57 төбәгенән һәм 14 илдән өс меңдән ашыу бала ял итә. «Ал елкәндәр» фестиваленең маҡсаты – кино үҫешен һәм балаларға белем биреүҙе берләштереү. Фестивалдең Президенты – СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой.
2016 йылдың яҙында режиссер Руслан Юлтаев төшөргән һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төпкөл башҡорт ауылындағы тормош тураһында һөйләүсе «Өс хат» фильмы йыл дауамында унлаған Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалендә уңышлы ҡатнашты. Унда Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең өс актрисаһы йәлеп ителгән.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: