03:30 (UTC+5), 10 Июль 2017

Ҡырымда «Рәсәйгә ант биреп» төбәк-ара фестивале үтте

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. 8 июлдә Белогорскиҙа (Ҡырым) Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 460 йыллығына һәм Ҡырым ерҙәрен Рәсәйгә ҡуша башлауҙың 245 йыллығына арналған «Рәсәйгә ант биреп» төбәк-ара фестивале үтте. Ошо ваҡиғалар менән Белогорск районы халҡын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Ҡырым Башлығы Сергей Аксёнов ҡотланы.
- Йәнә бер ҡат билдәләп үтәбеҙ: беҙ, Башҡортостан, Белогорск районын һәм Белогорск ҡалаһын шефлыҡҡа алыу менән уңдыҡ. Һеҙҙең менән бергәләп ошо ике-өс йылда һәйбәт итеп эшләнек, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, балалар баҡсаларын тәртипкә килтерҙек. Был эш мотлаҡ дауам итәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Дуҫлығыбыҙ, әлбиттә, нығынасаҡ ҡына. Бергәләп хеҙмәт итеүебеҙгә, эшләүебеҙгә, алға хәрәкәт итеүебеҙгә, республикаларыбыҙҙы һәм илебеҙҙе нығытыуыбыҙға бик шатбыҙ. Киләсәктә лә шулай буласаҡ.
- Беҙҙең Башҡортостан дуҫтарыбыҙ, Рөстәм Зәки улы әйтеп үткәнсә, даими патронат алып барыуынан, даими рәүештә Белогорск районы менән эшләүенән, мәктәптәребеҙҙе, балалар баҡсаларын яңыртыу йәһәтенән тыш, бөгөн алдыбыҙҙа сығыш яһаусы иҫ киткес Башҡортостан коллективтарын алып килеп, беҙгә байрам да ойошторҙо, – тине Сергей Аксёнов. – Беләһегеҙме, ошондай дуҫтар, ышаныслы парнёрҙар булғанда тормоштоң бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Беҙҙең ил – Рәсәй – төбәктәр араһындағы дуҫлыҡ менән көслө. Ул ауыр минутта мөрәжәғәт итерлек кешеләр булғанда бик ҡәҙерле нәмә.
Фестиваль сиктәрендә төбәк етәкселәре Белогорск районы предприятиеларының күргәҙмәһен ҡараны һәм унда етештерелгән тауарҙар менән танышты. Атап әйткәндә, улар «Зеленогорск» агрофирмаһы – Ҡырымда классик технология буйынса ҡымыҙ етештергән берҙән-бер предприятиеның продукцияһы менән ҡыҙыҡһынды. Бынан тыш, фирма үҙ сеймалынан һөт өҫтө, аҡ май, брынза, көнбағыш майы, икмәк, ит һәм тултырма ризыҡтарын сығара. Хужалыҡта Совет дәүеренән йәшелсә-емеш консерваларын, ит-тултырма ризыҡтарын сығарыуға иҫәпләнгән цех һаҡланып ҡалған. Рөстәм Хәмитов урында етештерелгән ҡымыҙҙан ауыҙ итте, предприятиеның юғары потенциалын билдәләне һәм Башҡортостан менән уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу варианттарын ҡарарға тәҡдим итте.
Күргәҙмәлә шулай уҡ декоратив-ҡулланма сәнғәте оҫталарының изделиелары һәм Ҡырым халыҡтарының күп төрлөлөгөн күрһәтеүсе милли-мәҙәни экспозиция тәҡдим ителде. Экспозицияла Башҡортостан Республикаһы тарихына һәм мәҙәниәтенә айырым иғтибар бүленде.
Башҡортостан һәм Ҡырым сәнғәт оҫталарының «Беҙ бергә» концерты фестивалдең төп ваҡиғаһы булды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика