07:41 (UTC+5), 10 Июля 2017

Ҡурған өлкәһе башҡорттары һабантуй уҙғарҙы

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ҡурған өлкәһендә өлкә һабантуйы үтте. Төрки күсмә халыҡтарының милли байрамына бөтә төбәктән ҡунаҡтар, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан вәкилдәре йыйылды. Тантанала иң яҡшы эшсәндәр бүләкләнде, күп милләтле, ишле ғаиләләргә һәм тәрбиәгә бала алғандарға бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә.
Байрамды Ҡурған өлкәһе губернаторы урынбаҫары — Төҙөлөш, дәүләт экспертизаһы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ директоры Роман Ванюков асты. Һабантуй күптән милли сикте үтеп, дөйөм күп милләтле берҙәмлек, хеҙмәт һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелгән, тип билдәләне ул.
Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашыусыларҙы башҡортса сәләмләне. Ул республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе, унда етәксе ватандаштарына берҙәм һәм татыу булғандары өсөн рәхмәт белдерә, уңыштар һәм именлек теләй.
Рәсми өлөштән һуң Ҡурған өлкәһендәге иң яҡшы башҡорт фольклор коллективтарының ҙур байрам концерты башланды. Сибай концерт-театр берләшмәһе музыканты Шамил Күсәмишев ҡурайҙа көйҙәр уйнаны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов байрамды ҡатнашыусыларҙы үҙенең хиттары менән шатландырҙы.
Сара барышында зиннәтле башҡорт тирмәләре ҡоролғайны. Асыҡ һауалағы майҙанда халыҡтарҙың көнкүрешенә, кәсептәренә һәм биҙәү-ҡулланма ижадына арналған күргәҙмә эшләне. Ошонда уҡ көршәкселәр һәм тимерселәр оҫталыҡ дәресе бирҙе.
Милли ризыҡтарҙы үҙ итеүселәр бәлеште, сәк-сәкте, былауҙы, бишбармаҡты, шашлыҡты, буҙаны, ҡымыҙҙы, традицион деликатестарҙы тәмләп ҡараны.
Һабантуйҙы халыҡ уйындарынан һәм уйын-көлкөнән тыш күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел: тоҡ кейеп йүгереү, күҙҙе бәйләп көршәк ватыу, тоҡ менән һуғышыу. Әммә байрамда иң популяр ярыш бағанаға үрмәләү булды.
Һабантуйҙа милли көрәшкә айырым урын бирелгәйне. Унда 18-50 йәштәге тейешле әҙерлеге булған һәр кем ҡатнаша алды. Еңеүсе абсолют батыр исемен, аҡсалата бүләк һәм һарыҡ алды. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн конкурстар һәм уйындар менән ҙур программа ойошторолдо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика