16:15 (UTC+5), 10 Июль 2017

Башҡортостанда уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара ярыштар ойошторола

Дарья Петрова
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 13-16 июлдә Учалы районының Ғәҙелша ауылы эргәһендә уҡтан атыу буйынса «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара фестивале уҙа. Ойоштороусылар бер нисә шәп сара вәғәҙәләй — уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара һәм республика турнирҙары, атта сабып барған килеш уҡтан атыу турниры һәм «Ай, Уралым» этнофестивале.
Ярыштарға Башҡортостан, Мәскәү, Силәбе, Омск, Ырымбур өлкәләренән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Беларусь Республикаһынан иң яҡшы уҡсылар килә.
Фестиваль боронғо Бағышай ҡаласағы урынлашҡан урында этник стилдә уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың һәммәһе лә төрлө дәүерҙәрҙең һәм халыҡтарҙың яугирҙәрен кәүҙәләндерәсәк.
Төп этаптарҙан тыш, уҡтан атыу һәм һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, туристик маршруттар, һөнәрселәр йәрминкәһен ойоштороу ҡаралған. Бай көндөҙгө программаларҙан һуң сағыу киске шоу һәм концерт көтә.
Уҡсылар турниры менән бер үк ваҡытта күрше майҙансыҡта «Ай, Уралым» этнофестивале үтә, уның барышында этноколлективтар, костюм тегеүселәр конкурстары була.
Фестиваль республикала ваҡиғалар туризмын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика