08:18 (UTC+5), 06 Июля 2017

Өфө сәнғәт институтының иң яҡшы студенттары Мәскәүҙә театр сығарылыш кисәһендә ҡатнаша

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар Бөтә Рәсәй сығарылыш кисәһенә саҡырылған.
Илдәге төп театр вуздарының иң яҡшы студенттары 7 июлдә Мәскәүҙә River Palace карабында сығарылыш кисәһен үткәрә. Сараны ойоштороусы — Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы. Ижади йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙыу уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Театр эшмәкәрҙәре союзы йәш профессионалдарға гранттар, лабораториялар, Халыҡ-ара йәйге театр мәктәбендә уҡыу, төбәк театрҙарында программалар, танылған оҫталарҙа стажировка үтеү, оҫталыҡ дәрестәре кеүек төрлө ярҙам төрҙәрен тәҡдим итә.
Байрам кисәһенә Мәскәү, Санкт-Петербург, Владивосток, Ярославль, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Ҡазан, Өфө, Хабаровск һәм Силәбе ҡалаларындағы төп юғары театр уҡыу йорттарының студенттары, уҡытыусылары һәм ректорҙары саҡырылған. Кисә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан килгән сығарылыш студенттарын берләштерергә, төбәктәр араһындағы бәйләнеште нығытырға һәм шул рәүешле берлектәге ижадҡа нигеҙ һалырға тейеш.
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, кисәне 20-cе йылдарҙағы стилгә ярашлы итеп уҙғарыу ҡаралған. Музыкаль яҡтан «Электрокабаре» театр коллективы һәм Мәскәүҙең «1/2 Orchestra» брасс-проекты биҙәй. Кисәнең программаһында: йылға буйлап йөрөү, фуршет һәм DJ-set, бүләктәр, аралашыу, бейеүҙәр.
Театр вуздарының иң яҡшы студенттарына һәм уҡытыусыларына премиялар тапшырыу сығарылыш кисәһенең төп ваҡиғаһы буласаҡ.
Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Калягин, Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгений Стеблов, танылған профессорҙар һәм ректорҙар кисәге студенттарға һәм йәш коллегаларына изге теләктәрен еткерәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика