03:51 (UTC+5), 04 Июля 2017

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосын иң яҡшы һөйләүсе иғлан ителде

БР Мәғариф министрлығы сайтынан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Баймаҡ лицей-интернатының 11 класс уҡыусыһы Гөлнара Ҡаҙаҡбаева «Урал батыр» конкурсының Гран-прийын яуланы. Уға «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеүҙе пропагандалауҙа айырым ҡаҙаныштары өсөн» Әхмәт Сөләймәнов исемендәге Башҡортостан Мәғариф министрлығы премияһы тапшырылды.
Иҫәп буйынса 19-сы «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсы Бөрйән районында үтте. Унда 26 команда, 100-ҙән ашыу республика һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы уҡыусылары ҡатнашты.
Бәйге ике турҙа үтте. Беренсеһендә йәш сәсәндәр эпостан өҙөкте яттан һөйләне. Конкурстың шарттарына ярашлы,беренсе турҙа ҡатнашыусы башланғыс төркөмдәр (1-4 кластар) – эпостың тулы вариантынан 600 юл, урта төркөм (5-7 кластар) – 1100 юл, өлкән төркөм (8-11 кластар) 3 мең юл ятланы.
Тәүге турҙа Әлшәй, Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Дәүләкән, Ишембай, Миәкә, Учалы райондары, Салауат һәм Сибай ҡалалары уҡыусылары иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Икенсе турҙа ҡатнашыусылар «Урал батыр» эпосынын һәм башҡа эпик риүәйәттәрҙән өҙөктө сәхнәләштерҙе. Бында ла лидерҙар билдәләнде: Баймаҡ, Бөрйән, Ишембай, Учалы, Стәрлетамаҡ райондары, Сибай һәм Өфө ҡалалары вәкилдәре.
Конкурс йомғаҡтары буйынса дөйөм команда һөҙөмтәләре буйынса Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Дәүләкән, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһы командалары бүләкле урындар яуланы, тип аңлаттылар Башҡортостан Мәғариф министрлығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика