09:29 (UTC+5), 03 Июля 2017

Ҡурҡыныс балалыҡ тураһында башҡорт спектакле «Коляда-Plays» фестивалендә төп бүләктәрҙең береһен алды

Роман Шумнов
Роман Шумнов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев «Коляда-Plays» XI халыҡ-ара заманса драматургия фестивалендә иң яҡшы режиссура өсөн бүләкләнде. Өфөләр Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик китабы буйынса Әнгизә Ишбулдина сәхнәгә ҡуйған элекке йылғы миҙгел премьераһын – «Хыялға ҡаршы» спектаклен тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был спектакль балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең ҡурҡыныс көндәлек тормошона арналған, бөтә ролдәрҙе тик ир-егеттәр башҡара. Спектакль тәнҡитселәрҙән ыңғай баһа алды.
«Коляда-Plays» фестивале Екатеринбургта үтте. Василий Сигаревтың пьесаһы буйынса «Фантомные боли» спектакле өсөн Association art theater Румыния театры (Бухарест) коллективы төп наградаға лайыҡ булды. Быйыл «Коляда-Plays» фестивале үҙ тарихында иң күп спектаклдәр – заманса Урал драматургтарының пьесалары буйынса Рәсәй, Венгрия, Ҡаҙағстан, Македония, Румыния, Сербия коллективтары 37 постановка күрһәтте. Башҡортостандан шулай уҡ республиканың Заманса режиссура һәм драматургия мәктәбе «Троя хаҡында йыр. Бында һәм хәҙер» (Әнгизә Ишбулдинаның пьесаһы буйынса), «De Bufo» театры «Күрше бүлмәләге Голливуд» (Екатерина Гузема) һәм Туймазы ҡалаһының Татар дәүләт драма театры «Колбаса. Фрагменты» (Валерий Шергин) спектаклдәрен тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика