17:32 (UTC+5), 03 Июль 2017

Өфөлә беренсе Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы уҙа

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 6-7 июлдә Өфөлә беренсе Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы уҙа. Уны Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Форумға Иран Ислам Республикаһы Президентының милли һәм дини аҙсылыҡ мәсьәләләре буйынса махсус ярҙамсыһы Али Юнеси етәкселегендәге Иран делегацияһы килә. Рәсәй яғынан Рәсәй Президенты хакимиәте вәкилдәренең, федераль ведомство етәкселәренең, Дәүләт Думаһы депутаттарының, төбәк башлыҡтарының, эксперт берләшмәһе вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә арналған форум ике ил халҡына бер-береһенең мәҙәниәтен һәм милли йолаларын тәрәнерәк белергә ярҙам итергә тейеш. Рәсәйҙең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы «Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү» секцияһын ойоштора. Унда милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, милли һәм дини нигеҙҙәге экстремизм күренештәрен иҫкәртеү тикшереләсәк. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ үткәрәсәк секцияла — Рәсәй-Иран йәштәр хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәре, Рәсәй туризмы секцияһында ике илдең туризм өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре Ирандың Мазендеран провинцияһы делегацияһы менән һөйләшеүҙәр уҙғарасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика