04:00 (UTC+5), 03 Июля 2017

Башҡортостан делегацияһы тәүге тапҡыр Барнаулда һабантуйҙа ҡатнашты

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шәмбе, 1 июлдә, Алтай Республикаһының Барнаул ҡалаһында башҡорт-татарҙарҙың Һабантуй байрамы уҙҙы. Унда тәүге тапҡыр Башҡортостан делегацияһы – башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, республика Журналистар союзы рәйесе, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм Башҡорт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова ҡатнашты.
«Беҙҙе байрамға Барнаулда Башҡорт үҙәге рәйесе Тимур Әйүпов саҡырҙы. Ул был вазифала тик былтырҙан алып эшләй, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Артур Дәүләтбәков. — Ошо көндәрҙә Новосибирскиҙа башҡорттарҙың төбәк мәҙәни үҙәгендә (етәксеһе Рәфҡәт Таһиров) булдыҡ, улар ҙа һабантуйға килде».
Сараны асыу тантанаһында Артур Дәүләтбәков башҡорт телендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе һәм байрамды ойоштороусыларға башҡорт балын бүләк итте.
Иң яратҡан һәм көтөп алған байрамдарҙың береһенә – һабантуйға төрлө милләт вәкилдәре – башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар йыйылды. Һабантуй аҡланында милли спорт ярыштары һәм уйындар – тоҡ кейеп йүгереү, бүрәнәлә тоҡ менән һуғышыу, көршәк ватыу уҙҙы, концерт майҙансығы эшләне.
«Башҡорт үҙәгенең мәғлүмәттәре буйынса, Барнаулда 73 башҡорт йәшәй. Һабантуйҙа ҡатнашыусылар араһында – ҡурайсы Жәүҙәт Килдейәров. Алтайҙа 30 йыл самаһы йәшәүсе Балаҡатай районының Ураҡ ауылынан Фәнил Хәйретдинов исемле башҡорт егете флагман булды», — тип билдәләне Артур Дәүләтбәков.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика