02:52 (UTC+5), 03 Июль 2017

«Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» форумы «Арғымаҡ» төркөмөнөң концерты менән тамамланды

автор
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 1 июлдә Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Илеш районы хакимиәте һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ойошторған «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» икенсе милләт-ара асыҡ форумы үҙ эшен тамамланы. Унда республиканың 36 районынан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Ике көнлөк программаны байрам шоуы тамамланы. Иң тәүҙә тамашасылар «Йәшлек моңо-2017» төбәк-ара йәш башҡарыусылар конкурсының гала-концертын ҡарай алды. Йәш йондоҙҙарҙың сығыштары менән бер үк ваҡытта форум – спорт ярыштары һәм шәжәрә конкурсы еңеүселәрен һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү үтте. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң һәм күп музыка ҡоралдарында уйнаусы Заһир Зәйнетдиновтың сығышы сара ҡунаҡтары өсөн төп бүләк булды. Тамашасылар музыканттарҙы шул тиклем ҡайнар алҡышланы, хатта сәхнәнән ебәрергә теләмәй уларҙы бер нисә ҡабат яңынан уйнауҙарын һораны.
Киләһе, өсөнсө, форум Салауат районында үтәсәк. Илеш районы башлығы Илдар Мостафин тантаналы шарттарҙа эстафетаны Марс Кашаповҡа тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика