Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Июнь 2017, 08:25

Төбәктә «Урындағы мәҙәниәт йорто» проектын тормошҡа ашырыуға аҡса күсте

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Урындағы мәҙәниәт йорто» бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашырыуға аҡса күсте. Мәҙәниәт министрлығына һылтанып, республикалағы проект координаторы, Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова хәбәр итеүенсә, республиканың бөтә 32 мәҙәниәт йортона ла федераль ҡаҙнанан аҡса күсте.
Әбйәлил районының Асҡар ауылында Мәҙәни-ял итеү үҙәге яңыртыласаҡ. Уның эш сифатын яҡшыртыу өсөн тауыш яҙҙырыу студияһы һатып алынасаҡ, сәхнә заманса ут һәм тауыш ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ, сәхнә кейеме алмашынасаҡ.
«Аҡса ошо көндәрҙә генә күсте, беҙ уларҙы үҙләштереү буйынса эш башланыҡ, — тип һөйләй Мәҙәни-ял итеү үҙәге директоры Элиза Ҡунафина. — Әлеге ваҡытта килешеүҙәр төҙөйбеҙ, был эштә район финанс бүлеге юристары һәм иҡтисадсылары әүҙем ярҙам күрһәтә».
Ейәнсура районында ла финанс саралар күсте, тип хәбәр итте район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Мөхәмәтйәнов. Яҡын ваҡыт эсендә Таҙлар ауыл мәҙәниәт йорто филиалы – Район мәҙәниәт йорто өсөн тауышты көсәйтеүсе аппаратура һәм музыка ҡоралдары һатып алыуға конкурс процедуралары иғлан ителәсәк.
«Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты ярҙамында Башҡортостан район-ҡалаларының 32 мәҙәниәт йорто көҙгөһөн башланасаҡ яңы концерт миҙгеленә яңырып инәсәк. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты ауыл клубтарын һәм мәҙәниәт йорттарын үҫтереүгә һәм уларҙың матди-техник базаһын яңыртыуға йүнәлтелгән. Һәр мәҙәниәт йорто төрлө кәрәк-яраҡҡа: ут һәм тауыш ҡорамалына, сәхнә кейеменә, музыка ҡоралдарына, мебелгә, костюмдарға, инвентарға 1 миллион һум самаһы аҡса аласаҡ. Проект 2017 йылдан 2019-ға тиклем өс йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: