11:21 (UTC+5), 28 Июня 2017

Өфөлә мәскәүҙәр «Ал сәскә» ғаилә балетын ҡуя

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә бөтә ғаилә өсөн «Ал сәскә» исемле тылсымлы балет ҡуйырға әҙерләнәләр. Спектаклдең премьераһы Халыҡ-ара Аксаков байрамы уңайынан 30 сентябргә — 1 октябргә билдәләнгән. Башҡорт опера һәм балет театрының 80-се, юбилейлы миҙгеле ошо сара менән асыла.
Балет Сергей Аксаковтың ошо уҡ исемдәге «Ал сәскә» әкиәтенә нигеҙләнгән. «Башинформ» алдан хәбәр иткәнсә, балетҡа музыканы Башҡортостанда тыуып үҫкән, әлеге көндә Мәскәүҙә ижад иткән композитор Владимир Купцов яҙа. Спектакль өҫтөндә Мәскәүҙән килгән ижади төркөм: хореограф, Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Петров, сценограф Григорий Белов, костюмдар буйынса рәссам Ольга Полянская эшләй.
Спектакль «Рус дуэты — опера һәм балет» ижади проектының бер өлөшө булып тора һәм республика Башлығының 13,5 миллион һумлыҡ грантына тормошҡа ашырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика