10:20 (UTC+5), 27 Июня 2017

Төбәктә рыцарҙар һәм уҡсылар «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестиваленә йыйыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда II «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале уҙғарыла. Ҙур сара 30 июндә — 1 июлдә Ағиҙел йылғаһы буйында, Бөрөнән алыҫ түгел Силантьево ауылы эргәһендә ойошторола.
Фестивалдә төрлө дәүерҙәрҙең: XIII быуат русичтары, XIV быуат рыцарҙары-госпитальерҙары, XVII быуат хеҙмәтселәре менән Рус дәүләте уҡсылары, 1812 йылғы Ватан, Беренсе донъя һуғышы һәм Икенсе донъя һуғышы осоро рус һалдаттарының яландағы тормошо күрһәтеләсәк.
Фестиваль барышында хәрби-ялан лагерҙары, тарихи йәрминкә, факультеттарҙың оҫталыҡ дәрестәренең, анимация төркөмдәренең интерактив майҙансыҡтары эшләйәсәк. Конкурстар, спорт ярыштарын уҙғарыу ҡаралған. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында иң яҡшы хәрби-ялан лагерына смотр-конкурс, шулай уҡ «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаһы: тарих һәм хәҙерге заман» тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ.
«Ҙур интерактив лагерҙа төрлө дәүерҙәрҙең көнкүреш, ҡорал һәм хәрби техника өлгөләре күргәҙмәһе тәҡдим ителә. Тамашасылар Рәсәй армияһының бер нисә быуат буйына нисек яңырыуын үҙ күҙҙәре менән күрәсәк», — тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры урынбаҫары Александр Пономарев.
Фестивалде ойоштороусылар — Башҡорт дәүләт университеты, БДУ-ның Бөрө филиалы, «Бөрө уҡсылары» хәрби-тарихи клубы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика