05:54 (UTC+5), 27 Июня 2017

Республиканың «Салауат» балалар бейеү академияһы Сочиҙа халыҡ-ара еңеү яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы «Салауат» балалар бейеү академияһы Сочиҙа балалар һәм үҫмерҙәр ижадының XXIII «Ижади Олимпта» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында тәүге урындарҙы яуланы. «Салауаттар» Өфөгә дүрт диплом менән ҡайта.
Балалар «Ҡояшлы Үзбәкстан» һәм «Ерән саптар» бейеүҙәрен тәҡдим итте. «Конкурста урта йәш төркөмө – 1-3 класс уҡыусылары сығыш яһаны. Уларҙың күпселеге академияла бер йылдан аҙыраҡ шөғөлләнә, шуға ҡарамаҫтан, ижади бәйгегә әҙерҙәр», — тип хәбәр иттеләр филармонияның матбуғат хеҙмәтендә.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы «Салауат» балалар бейеү академияһы 2015 йылда ойошторолған. 2016 һәм 2017 йылдарҙа бейеүселәр отчет концерттары менән сығыш яһаны (һуңғыһы – «Бала саҡтың ете тажы» – 17 майҙа Ҙур залда булды). Шулай уҡ «салауаттар» «өлкәндәр» филармонияһының күп кенә проекттарында: концерттарҙа, «Иң яҡшы көн» акцияһында, 78-се миҙгелде ябыу сараһында ҡатнаша.
Балалар һәм үҫмерҙәр ижадының XXIII «Ижади Олимпта» халыҡ-ара фестиваль-конкурсы 23 июндә – 4 июлдә «Таланттар салюты» халыҡ-ара проекты сиктәрендә Краснодар крайының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында уҙа.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика