11:32 (UTC+5), 23 Июня 2017

Рөстәм Хәмитов һәм Алмазбәк Атамбаев Археология һәм этнография музейында булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәйгә дәүләт сәфәре менән килгән Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаев Раил Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында булды.
Рөстәм Хәмитов һәм Алмазбәк Атамбаев Көньяҡ Уралдың археологияһына, башҡорттарҙың һәм республикалағы башҡа халыҡтарҙың биҙәү-ҡулланма ижадына арналған экспозициялар менән танышты, сармат алтынының үҙенсәлекле коллекцияһын ҡараны. Музейҙағы экспонаттар башҡорт һәм ҡырғыҙ мәҙәниәттәренең ҡәрҙәшлеген, уларҙың боронғо Алтай цивилизацияһына барып тоташҡан дөйөм тамырҙарын һыҙыҡ өҫтөнә ала, тип билдәләне Ҡырғыҙстан Президенты.
Алмазбәк Атамбаев музейға кейеҙҙән Ҡырғыҙстан тәбиғәте төшөрөлгән картина тапшырҙы.
Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Президентына Башҡортостанға сәфәр хаҡында иҫтәлеккә «Манас» героик эпосының башҡорт телендәге тәүге баҫмаһын бүләк итте. Ҡырғыҙ халҡының ауыҙ-тел ижадының күренекле ҡомартҡыһы «Китап» нәшриәтендә баҫылған. Тәржемәне Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы башҡарған. Алмазбәк Атамбаев Башҡортостан Башлығына баһалап бөткөһөҙ бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яҡын арала башҡорттарҙың «Урал батыр» эпосы ҡырғыҙ теленә тәржемә ителәсәген билдәләне.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика