07:05 (UTC+5), 23 Июня 2017

Өфөлә Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре барышында сәнғәт оҫталары республиканың үҙенсәлекле мәҙәниәтен күрһәтте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре бара. Сара Ҡырғыҙстан делегацияһының Рәсәйгә сәфәре программаһының бер өлөшө булды. Кисә иртән «Родина» кинотеатрында яңы ҡырғыҙ фильмдары күрһәтелде. Уларҙы бөгөн дә ҡарарға мөмкин.
Фотоһүрәттәрҙә Тянь-Шань тауҙарының мөһабәт ҡарлы түбәләре, матур дала һәм Ысыҡкүлдең саф һыуҙары, милли биҙәк төшөрөлгән йылы кейеҙ, һуғылған балаҫтар — ҡырғыҙҙарҙың «Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһындағы биҙәү-ҡулланма ижады ошолай күҙ алдына баҫты.
Һуңынан һәммәһе лә Ҡырғыҙстандың сәнғәт оҫталары концертын ҡараны. Концертҡа Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаев һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов килгәйне. Концерт Ҡырғыҙстан тураһында видеоролик күрһәтеүҙән башланды. Самат Кочорбаев мәҙәниәт ҡомартҡыһы — боронғо халыҡ эпосы «Манас»тан өҙөк уҡыны, артистар «Туй» йолаһы менән таныштырҙы.
Башҡортостан сәхнәһендә илдең билдәле солистары һәм ижади коллективтары: Ҡырғыҙстандың халыҡ артисы Саламат Садиҡова, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Улан Качкыналиев, Кундуз Таштаналиева, Токтобек Асаналиев, Тилек Найманбаев, Ч. Исабаев исемендәге «Камбаркан» фольклор-этнографик ансамбле, «Аҡ марал» дәүләт бейеү ансамбле сығыш яһаны. Улар дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге республиканың үҙенә генә хас сәнғәтен күрһәтте.
Ҡунаҡтар башҡарыуындағы башҡорт бейеүе Өфө тамашасыһы өсөн үҙенсәлекле бүләк ине. Үҙ сиратында, Башҡортостан артистарының композициялары Ҡырғыҙстан делегацияһы өсөн ҡыҙыҡлы булды: Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамбле «Ете ҡыҙ» бейеүен башҡарҙы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Илнур Хәйруллин ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнаны.
Ҡырғыҙстан артистары Мәскәүҙә һәм Өфөлә генә концерт менән сығыш яһаны, бөгөн улар тыуған илдәренә ҡайтып китә, тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова.
Тамашасылар ҡырғыҙ артистарының юғары профессиональ сәнғәтен йылы ҡабул итте һәм Ҡырғыҙстандың сәнғәт оҫталарын аяғүрә баҫып алҡышланы. Йыйылыусылар дөйөм төрки, башҡорт йолалары һәм мотивтары менән оҡшаш ҡырғыҙ мәҙәниәтенең сағыу үҙенсәлеген билдәләне.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика