09:53 (UTC+5), 22 Июнь 2017

Владивостоктағы һабантуйға башҡорт ҡурайы һәм ҡумыҙы йәм өҫтәйәсәк

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Владивостоктағы һабантуйға башҡорт ҡурайы һәм ҡумыҙы йәм өҫтәйәсәк. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм Ауырғазы районы ҡурайсыһы Фәһим Ғайсин Приморьеның баш ҡалаһына яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы байрамына бара. Улар байрамда сығыш яһауҙан тыш, оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк.
Һабантуй 24 июндә Владивостоктың Мина ҡаласығы паркында ойошторола. Байрамға крайҙың бөтә райондарынан һәм ҡалаларынан: Уссурийскиҙан, Находканан, Артемдан һәм хатта Ҡазандан ҡунаҡтар саҡырылған. Сараны уҙғарыуҙы Владивостоктың «Дуҫлыҡ» башҡорт-татар йәмәғәт ойошмаһы үҙ өҫтөнә алған. 2017 йылдың мартында булдырылған Приморье крайы башҡорттары ҡоролтайы быйыл тәүгә һабантуйҙы ойоштороуҙа ҡатнаша.
Приморье крайының киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, бында һабантуй йола байрамына әйләнгән һәм 25 йылға яҡын үткәрелә. Элекке йылдарҙағы кеүек үк, һабантуйҙа былауҙан, шулай уҡ милли ризыҡтар: бауырһаҡ, бәлеш, сәк-сәктән ауыҙ итергә мөмкин. Теләгән һәр кем спорт ярыштарында: тоҡ кейеп йүгереүҙә, арҡан тартышыуҙа, билбау көрәшендә, гер күтәреүҙә ҡатнаша ала. Шулай уҡ милли йыр-моң һәм бейеүҙәр ҡаралған.
Байрам иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика