07:00 (UTC+5), 22 Июня 2017

Өфөлә опера миҙгеле «Ынйы эҙләүселәр» премьераһы менән тамамланды

Альберт Заһиров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театрының 79-сы миҙгеле Ж. Бизеның «Ынйы эҙләүселәр» операһы менән ябылды. Музыка, сағыу декорациялар һәм костюмдар буйынса иң матур операның премьераһы аншлаг менән үтте. Залда халыҡ-ара ижади команда, шулай уҡ баш ҡаланың театр тәнҡитселәре Александр Матусевич һәм Сергей Коробков бар ине.
Музыкаль етәксе һәм ҡуйыусы дирижер — Башҡорт театрының баш дирижеры, «Алтын битлек» лауреаты Артем Макаров, ҡуйыусы режиссер — Ростов дәүләт музыкаль театры режиссеры Павел Сорокин, ҡуйыусы сценограф — Эрнст Гейдебрехт (Германия), ҡуйыусы хормейстер — башҡорт операһының баш хормейстеры Александр Алексеев, балетмейстер — Алексей Ищук (Мәскәү).
«Ынйы эҙләүселәр» операһында солистар күп түгел. Тәүге көндә тамашасылар алдында Башҡортостандың халыҡ артистары Эльвира Фәтихова һәм Илһам Вәлиев, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ҡәйепҡолов һәм республика конкурстары лауреаты Айгиз Ғизәтуллин сығыш яһаны.
«Көнсығыш колориты, матур сәхнә биҙәләше, иҫтә ҡалырлыҡ музыка, сифатлы башҡарыу беҙгә яҡшы спектакль ҡуйырға мөмкинлек бирә. Ул популярлыҡ яулар, тип ышанам», — ти баш дирижер Артем Макаров.
Премьераға абруйлы ҡунаҡтар килгәйне, улар иҫәбендә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазина бар ине.
«Бөтә солистар ҙа балаларым кеүек, — тине билдәле йыр уҡытыусыһы. — Уларҙың ижади үҫешен күҙәтеүе күңелле».
Шулай уҡ залда элекке ҡуйылыштарҙа Ләйлә ролен алыштырғыһыҙ башҡарыусы — Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфирә Фәрхетдинованы күрергә мөмкин булды. Музей мөдире Рәмилә Латипова һүҙҙәренсә, 70-се йылдарҙағы спектаклдә шулай уҡ артистар Владимир Белов һәм Миҙхәт Ғәлиев ҡатнашҡан.
Тәнәфестә тамашасылар араһында «АлтынАй» компанияһынан ынйы муйынсаҡ уйнатылды. 22 июндә икенсе премьера спектакле була һәм тағы бер муйынсаҡ уйнатыла.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика