04:49 (UTC+5), 22 Июня 2017

Өфөлә «Нур» татар театры юбилей миҙгелен легендар «Башмағым» спектакле менән тамамлай

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Нур» татар театры юбилей миҙгелен легендар «Башмағым» спектакле менән тамамлай. 25-се миҙгел 29 июндә тамамлана. Тажи Ғиззәттең либреттаһы буйынса Йәүҙәт Фәйзиҙең «Башмағым» спектакле тамашасы өсөн юбилей бүләгенә әйләнде.
«25 йыл элек «Нур» театры ошо спектакль менән үҙенең тәүге ижад миҙгелен асып ебәрҙе. Сирек быуат үткәс тә яратҡан классиканың ҡайтыуы көнүҙәк һәм заманса булып яңғыраны», — тип һөйләне театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Гөлнур Усманова.
Ошо спектакль менән театр «Театр яҙы -2017» республика фестивалендә ҡатнашты, унда төп ролде башҡарыусы Айрат Фатихов «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында лауреат булды. Ә спектакль үҙе һәм уның режиссеры Байрас Ибраһимов тәнҡитселәр коллегияһының махсус бүләге менән баһаланды.
«Нур» татар театры ғәҙәттәгесә июнь буйына үҙенең тамашасылары өсөн эшләй. Киске спектаклдәрҙән тыш ул балалар өсөн әкиәттәре ҡуя. Йөҙләгән йәш тамашасы йәйге каникулдар барышында театрҙа булды. 22 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, башҡорт классигы Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» драмаһы күрһәтеләсәк.
«Айҙан ашыу артистар һынау постановкаһы өсөн яңы пьеса өҫтөндә эшләй, — тип хәбәр итте Гөлнур Усманова. — Материал ҡатмарлы һәм беҙҙең менталитетҡа ғәҙәти түгел. Немец драматургы Роланд Шиммельпфеннигтың «Үткән заман ҡатын-ҡыҙы» пьесаһы Рәсәйҙә бер нисә тапҡыр антреприз сәхнәләрендә генә ҡуйылды. Ҡаты ысынбарлыҡ тәрән психологизм менән нескә итеп үрелгән, абсурдҡа барып еткән детектив тарих». Премьераһы сентябрҙа, яңы 26-сы миҙгелдә була.
Театр коллективы гастролдәр йолаһын дауам итә. Май-июнь айҙарында артистар спектаклдәр менән республиканың Стәрлебаш, Дүртөйлө, Миәкә, Ғафури, Шишмә, Саҡмағош, Баҡалы райондарына барҙы. Благовещенск, Туймазы, Октябрьский ҡалаларында сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика