02:39 (UTC+5), 22 Июнь 2017

Өфөлә Хәтер һәм ҡайғы көнөндә «Помните ли вы нас?» фильмының премьераһы үтә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Республика Хәрби Дан музейында «Помните ли вы нас?» документаль фильмының премьераһы үтә.
Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Башҡортостан» киностудияһының «Помните ли вы нас?» документаль фильмы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә арналған. Унда Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылы халҡы тураһында бәйән ителә. Емельян Пугачевтың арҡалашы Кинйә Арыҫланов нигеҙ һалған ошо бәләкәй ауылдан 62 кеше һуғыш йылдарында фронтҡа китә. Уларҙың күптәре кире әйләнеп ҡайтмай. Өсәүһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Ул – Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров һәм Хәсән Ғайсин. Улар төрлө фронттарҙа һуғышып, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһөн күрһәтә.
Фильмда Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫлановтың туғаны Федераль именлек хеҙмәтенең отставкалағы полковнигы, хәҙер Яҡын һәм Урта Көнсығыш проблемалары буйынса белгес Рудик Исҡужин ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика