09:59 (UTC+5), 21 Июня 2017

Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре барышында Өфөлә ҡырғыҙ киноһын ҡарарға мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре барышында Өфөлә ҡырғыҙ киноһын, концерттарын һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһен ҡарарға мөмкин. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сараны асыу тантанаһы 22 июндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Тамашасылар алдында дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге республиканың ижади коллективтары сығыш яһай.
Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре программаһында «Родина» кинотеатрында ҡырғыҙ кинематографының нәфис фильмдарын күрһәтеү ҡаралған. Уларҙың ҡайһы берҙәре «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә ҡатнашып, призер булған. Режиссер С. Шер Нияздың «Курманжан датка» фильмы (2014) 22 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә, Бакыт Мукул һәм Дастан Жапар уулуның «Завещание отца» таҫмаһы (2016) 22 июндә иртәнге 10-да, Ника Жолдошеваның «Сутак» («Небесное кочевье», 2015) фильмы 23 июндә көндөҙгө 1-се 15 минутта күрһәтелә.
Өфөлә йәшәүселәрҙең биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе һәм ҡырғыҙ оҫталарының эштәре менән танышыу мөмкинлеге лә бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика