06:36 (UTC+5), 21 Июня 2017

Өфө балеринаһы Рәсәйҙең Ҙур театры сәхнәһендә Халыҡ-ара балет конкурсында еңеү яуланы

Театр сайты
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә халыҡ-ара абруйлы бәйгегә – XIII Халыҡ-ара балет һәм хореограф артистары конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡорт опера һәм балет театры солисы, 24 йәшлек Лилиә Зәйнәғәбдинова өсөнсө премия лауреаты булды. Ул «Ҡатын-ҡыҙҙар солоһы» номинацияһында сығыш яһаны.
Халыҡ-ара балет конкурсы Рәсәйҙең данлыҡлы Ҙур театры сәхнәһендә үтә. Конкурс жюрийын легендар балетмейстер Юрий Григорович етәкләй. Лилиә Зәйнәғәбдинова «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
«Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһен башҡа бер ниндәй менән дә сағыштырырға ярамай, унан ғәйәт ҙур энергетика килә, — тип һөйләне Лилиә. — Туғандарым, дуҫтарым, коллегаларым да минең өсөн янып-көйҙө, күптәре хатта Ҙур театрҙан тура трансляцияны ҡараны – ул әйтеп бөтөргөһөҙ дәртләндерҙе. Әммә барыһынан да нығыраҡ уҡытыусым Галина Георгиевна Сабировна ҡайғырҙы. Ул конкурста минең менән булды, тамаша залында ултырып, минән дә нығыраҡ тулҡынланды. Был награда күбеһенсә уның ҡаҙанышы. Ул бәйгелә ҡатнашырға кәңәш бирҙе, миңә ярҙам итте. Мин уға ярҙамы, ышанысы, эше, ныҡышмалылығы һәм һөнәрендәге оҫталығы өсөн рәхмәтлемен».
Лилиә Зәйнәғәбдинова 2010 йылда Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжын (Башҡортостандың һәм Тажикстандың атҡаҙанған артисы Галина Сабированың класын) тамамлаған, шунан алып Башҡорт театрында эшләй. Лилиә шулай уҡ «Донъяның йәш балеты» Юрий Григоровичтың V Халыҡ-ара конкурсы (Сочи, 2014) дипломанты һәм «Донъяның йәш балеты» Юрий Григоровичтың VI Халыҡ-ара конкурсы (Сочи, 2016) лауреаты.
Мәскәүҙә Халыҡ-ара балет һәм хореограф артисы конкурсы донъя балетының ныҡлы һәм уңышлы йолаһына, айырылғыһыҙ һәм мөһим өлөшөнә әйләнде. Ул 1969 йылдан алып уҙғарыла һәм күптән инде юғары профессиональ статусҡа эйә. Һәр конкурс донъяға яңы сағыу башҡарыусылар төркөмөн бирә. Ул йәш артистар өсөн баһалап бөткөһөҙ ижади тәжрибәгә әйләнә. Конкурста еңеүселәрҙең күбеһен балет сәнғәтендә иҫ киткес карьера көтә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика