08:29 (UTC+5), 21 Июнь 2017

Эрик Муке: «Өфөлә Фольклориада амбассадоры булырға һәм уның тураһында бөтә «Deep Forest» концерттарында һөйләргә әҙермен»

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.Үҙенсәлекле world music стиленә нигеҙ һалыусы, популяр «Deep Forest» төркөмө музыканты Эрик Мукеның Башҡортостанға сәфәре тамамланды.
Башҡорт музыка мәҙәниәте менән танышыр өсөн килгән легендар музыкант республиканан китер алдынан журналистарға сәфәр менән тулыһынса ҡәнәғәт һәм Өфөлә 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеүҙә ҡатнашырға әҙер булыуын хәбәр итте. «Башҡортостанған килеп, төйәгегеҙҙең йылыһын, уның музыкаль мираҫын, үҙенсәлекле ҡурай музыка ҡоралының сыңын тойҙом һәм этномузыка башҡарыусы алдынғы музыканттарығыҙ менән эшләй башланым. Бергәләп Рәсәй халыҡтарының милли культураларын һаҡлап ҡалыуға һәм киң танытыуға тос өлөш индерә аласаҡбыҙ, тип уйлайым. Бының менән «Deep Forest» төркөмө сирек быуат шөғөлләнә инде, шул иҫәптән ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлектә. Минең уйлауымса, илегеҙ халыҡтарының музыкаһын донъяла ишетеүҙәре мөһим, сөнки Рәсәйҙәге ысын тормош хаҡында донъяла бик аҙ беләләр», — тине Эрик Муке.
Уның һүҙҙәренсә, Европала бөтә халыҡтарҙы ла «урыҫтар» тип әйтергә ғәҙәтләнгәндәр, ә Рәсәй күптәр өсөн – ул тик Мәскәү, Санкт-Петербург һәм «Владивосток менән тамамланған ҙур бушлыҡ». «Алдан Рәсәй миңә лә бик таныш булманы һәм бер республикала төрлө халыҡтарҙың йәшәүен күреп иҫем китте. Өфө мине сағыу Милли костюмдар көнө менән хайран ҡалдырҙы, унда мин майҙанда халыҡ музыкаһына барған байрам парадына эләктем. Ғәжәпләнеүемдең һәм һоҡланыуымдың сиге булманы! Унда бөгөнгө Францияла күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ айырым бер хис-тойғоға бирелдем. Бындай сараны 15 йыл элек, халыҡ-ара һәм эске хәл тыныс булғанда күрергә мөмкин булыр ине, тип уйлайым. Бөгөн барыһы ла һаҡсыл ҡарашта, ҡурҡыу тойғоһо толерантһыҙлыҡты тыуҙыра. Халыҡтар колориты ла юҡ. Был йәһәттән Рәсәй минең өсөн – илһам! Шуға Фольклориаданың нәҡ ошо урында үтергә тейешлеге аңлашыла ла», — тип фекерен белдерҙе «Deep Forest» төркөмөн ойоштороусы.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса музыкант Башҡорт музыка ҡоралдары һәм мотивтары нигеҙендә композиция яҙырға ниәтләнә, уны «Deep Russia» исеме аҫтында яңы альбомының бер өлөшө итергә күҙаллай. Ул Өфө Фольклориадаһы өсөн гимн, ә «Deep Forest» төркөмө сараның хедлайнеры булыуы мөмкин. Башҡорт йырсылары өсөн ул донъя музыка сәхнәһенә юл булыр һәм Башҡортостан мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙың ҡапыл артыуына килтерер, моғайын. «Музыканттарҙың милли ҡоралдарҙа уйнау кимәленә хайран ҡалдым. Өфөлә тәүге кистә минең өсөн концерт ойошторған башҡарыусылар менән танышҡас та берҙәмлекте тойҙом, тел менән әйтә алмаһаҡ та, беҙ бергәләп импровизацияланыҡ. Моғайын, ошо тылсымлы моң беҙҙе берләштергәндер ҙә. «Этнотөн» сәхнәһендә асыҡ һауала башҡорт ҡурайсылары менән сығыш яһауҙан, Өфөләге бөтә майҙан дәртләнеп ҡаршы алғандан мин әле лә тәьҫирҙәмен. Был ҙур музыка идеяһының башланғысы булырына ышанам», — тип тамамланы музыкант.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика