06:52 (UTC+5), 21 Июня 2017

Башҡортостанда «Ҡош юлы» бард фестивале еңеүсеһе бүләккә гитара алды

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Ҡош юлы» башҡорт бард фестивалле үтте. Алты йыл эсендә тәүге тапҡыр ул үҙенең урынын алмаштырҙы: фестиваль Ейәнсура районынан Әбйәлилгә күсте.
Башҡорт ҡоролтайының Башҡарма комитеты белгесе Искәндәр Нурғәлин хәбәр итеүенсә, фестивалдең Гран-прийына Асҡарҙан 30 йәшлек Ренат Абдулов лайыҡ булды. Еңеүсе гитара менән бүләкләнде. Беренсе урынды — Ильмира Имамова-Мәзитова, икенсе урынды — Илнар Ғәниев, өсөнсөнө Юлдашбай Янбаев алды.
«Иң яҡшы вокал» номинацияһында — Ләйсән Байрамғолова, «Иң яҡшы кавер» номинацияһында — Руслан Ҡунаҡҡасов, «Виртуоз- гитарист» номинацияһында Фәиз Үҙәнбаев билдәләнде. Тамашасылар һөйөүе призына Ислам Рафиҡов һәм Гөлнур Кирәева лайыҡ булды.
«Ҡош юлы» «айыҡ» фестивален пропагандалаған өсөн махсус приз Денис Ҡаһармановҡа эләкте.
Шиғри бәйгелә Морат Солтан иң яҡшыһы тип танылды. Зәйтүнә Усманова, Динә Солтанова, Айгиз Сәлим лауреаттар булды. «Йәшлек» гәзитенең махсус призы — Лилиә Ҡаһармановаға, дәртләндереүсе бүләк Нургөл Хәмзинаға тапшырылды.
Фестивалдең төп программаһында түңәрәк өҫтәл, спорт саралары, квест, концерт һәм төнгө усаҡ ҡаралғайны.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика