Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Июнь 2017, 14:33

Өфөлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Байыҡ» балалар конкурсы финалсыларҙы билдәләне

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Байыҡ» балалар бейеү конкурсының гала-концертына тиклем айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Өфөлә ҙур һайлап алыу туры уҙҙы: Башҡортостандың 30 районынан һәм 14 ҡалаһынан һәләтле ҡатнашыусылар 200-ҙән ашыу номер тәҡдим итте.
Иң йәше – Өфөнән Алиса Бәхтиева: уға ни бары биш йәш. Кескәй ҡыҙ үҙе башҡорт бейеүҙәренә ҡыҙыҡһыныу белдергән. Өләсәһе Бөрйән районында йәшәй. Уға ҡунаҡҡа барғанда матур кейемдәрҙәге халыҡ коллективтарының концертын ҡараған, милли уйын ҡоралдарында уйнауҙы күҙәткән, шул саҡта бейеү менән шөғөлләнеү уйы тыуған да инде.
«Бейеүебеҙ «Бөрйән ҡыҙы» тип атала, һәм ошо конкурс өсөн яңы костюм тектек, матур күкрәк биҙәүесенә заказ бирҙек. Был быуындан быуынға тапшырыла килә, шуға күрә мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн бәләкәй ҡыҙҙар өсөн дә ошондай күкрәк биҙәүестәре яһайбыҙ », — тип һөйләне хореограф Миләүшә Хәйбуллина.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева хәбәр итеүенсә, быйыл «Байыҡ» конкурсы туғыҙ йыллығын билдәләй. Байрам республика Башлығы грантына үткәрелә. Ошо осорҙа конкурста меңгә яҡын бейеү башҡарылған. Күп кенә сәхнә йондоҙҙары тап ошо бейеү фестивалендә үҙ юлын башлаған, еңеүселәр иһә халыҡ-ара фестивалдәрҙә Башҡортостан исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә була.
«Балалар конкурсында, өлкәндәрҙекенән айырмалы рәүештә, тәбиғәт үҙенекен итә. Баланың һәләте бар икән, тән сымырлай, бында яһалмалыҡҡа урын юҡ. Уҡытыусыһы өйрәткән хәрәкәттәрҙе лә бала икенсе төрлө итеп бейей», — ти «Байыҡ» конкурсының авторы һәм ойоштороусыһы Рита Өмөтбаева.
Ғәҙәттәгесә, еңеүселәр «соло», «дуэт», «трио» һәм «ансамбль» номинацияларында билдәләнә. Бейеү фестиваленең йомғаҡтары 15 июлдә иғлан ителә. Гала-концерт Өфөләге «Ватан» паркында була.
Читайте нас: