07:21 (UTC+5), 19 Июня 2017

Башҡортостан композиторы Төрки донъяһының ижади йортонда тәүге ҡунаҡтарҙың береһе булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йәш композитор һәм тележурналист, Башҡортостандың Композиторҙар союзы ағзаһы Виринея Лихачева (Белоусова) төрки донъяһы композиторҙарының Халыҡ-ара ижади осрашыу-лабораторияһында ҡатнашты. Лаборатория «Төрки донъяһының ижади йортонда» ойошторолғайны.
«Беҙ тәбиғәт ҡосағында йәшәнек, аралаштыҡ, бер-беребеҙҙең музыкаһын тыңланыҡ, уй-фекерҙәр менән бүлештек һәм көйҙәр яҙҙыҡ. Осрашыу ваҡытында беҙ ТӨРКСОЙ коллективтары — камера оркестры, халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм камера хоры өсөн яңы әҫәрҙәр өҫтөндә эшләргә тейеш инек. Мин хорҙы һайланым, тәбиғәт мине төрөк халыҡ мотивтарына а капелла өс хор миниатюраһын ижад итеүгә илһамландырҙы. Артабан әҫәрҙәребеҙҙе башҡарыу ғына түгел, баҫтырып сығарыу күҙаллана», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Виринея Лихачева.
Ижади осрашыуҙа ҡатнашыу өсөн Төркиәгә Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Төркиәнән, Төркмәнстандан, шулай уҡ Рәсәйҙән — Башҡортостандан һәм Татарстандан билдәле һәм йәш композиторҙар килде. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға шулай уҡ һайлап алыу өсөн азербайжан шағиры Вағифтың шиғырҙарын тараттылар. Быйыл уның тыуыуына 300 йыл тулыу билдәләнә. Композиторҙар ошо шиғырҙарға көй яҙыу өҫтөндә эшләйәсәк.
Төрки донъяһының ижади йорто 2017 йылдың апрелендә ТӨРКСОЙ тарафынан асылды. Ул Солаклар үҙәнендә (Болу провинцияһының Себен районы) Фригия батшалығы дәүеренең (беҙҙең эраға тиклем 12 быуат) боронғо мәмерйә комплекстары менән ҡаяның итәгендә урынлашҡан. Ҡунаҡ комплексында һигеҙ ағас йорттоң һәр береһе төрки донъяһының танылған композиторы исемен йөрөтә. Өйҙәрҙең береһе күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевҡа арналған. Лабораторияла ҡатнашыусылар Ижади йортта тәүге ҡунаҡтар булды.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика