09:30 (UTC+5), 16 Июня 2017

Урал аръяғында ямғырҙар арҡаһында «Ҡош юлы» бард йыры фестивале икенсе урынға күсте

Ләйлә Аралбаева
ӨФө, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ямғырҙар арҡаһында «Ҡош юлы» бард йыры фестивален уҙғарыу урыны алмашынды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль 16-18 июндә тәүге тапҡыр Әбйәлил районында үтә, алдан сара бер нисә йыл дауамында Ейәнсура районында уҙғарылды. Баймаҡ районына боролғанда Тирмән ауылы эргәһендәге ялан сараны үткәреү урыны итеп һайланған.
Быйыл фестиваль Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына, шулай уҡ башҡорт шағиры Рәмил Ҡол-Дәүләттең ижадына арналған. Фестивалдә 17 яңғыҙ башҡарыусы һәм бер дуэт сығышы билдәләнгән. Алдағы фестивалдәрҙәге еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар саҡырылған. Программала: гала-концерт, шиғри интернет-конкурс еңеүселәрен бүләкләү, квест, төнөн усаҡ эргәһендә ултырыу.
Байрам 2012 йылдан уҙғарыла. Ойоштороусылары – Әбйәлил районы хакимиәте, «Шоңҡар» журналы һәм «Йәшлек» гәзите булышлығында Башҡортостан бардтары. Фестиваль башҡорт бард хәрәкәтен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫтереү өсөн яҡшы стимул, гитарала уйнарға һәм башҡорт бард йырын яратыусылар өсөн байрам булып тора.
Тулыраҡ – сараның рәсми сәхифәһендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика