03:07 (UTC+5), 16 Июня 2017

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестиваленең тәүге Симфоник төнө ямғырҙан башланып китте

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө амфитеатрында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең тәүге Симфоник төнө үтте. Сара башланыр алдынан көслө ямғыр яуып уҙҙы.
Асыҡ һауалағы концерттар өсөн ҡаланың төп майҙансығында дирижер Линар Дәүләтбаев етәкселегендә Йәштәр симфоник оркестры уйнаны. Концертта популяр классик әҫәрҙәр – Чайковскийҙың, Григтың, Шуберттың, Заһир Исмәғилевтың, Морат Әхмәтовтың музыкалары яңғыраны. Концертта билдәле йәш музыканттар – виолончелдә Рөстәм Хәмиҙуллин һәм Аяз Нухов, ҡурайҙа Артур Ғайсаров, флейтала Инна Фоменко уйнаны, Илһам Вәлиев, Артур Ҡәйепҡолов, Гөлнара Вәлиева, Аида Ғабдулхаҡова, Регина Звегинцева, Иҙел Аралбаев һәм Радмир Хәсәнов йырланы.
«Сәхнәгә сығыр алдынан тулҡынланам, әлбиттә. Меңләгән тамашасы булғанға түгел, киреһенсә – уларҙан кәйефем күтәрелә, ә профессиональ кимәлдә тулҡынланам – тышта тынлы музыка ҡоралдарының төҙөлөшөнә күберәк иғтибар бүлергә тура килә», — тип билдәләне сығыш яһар алдынан солист Инна Фоменко.
Фестиваль көндәрендә тауышты Киров ҡалаһынан «Imlight» компанияһы тәьмин итә.
«Башҡортостанда тәүге тапҡыр эшләмәйбеҙ, былтыр ҙа тауышты беҙ тәьмин иттек. Төп проблема – ел. Тауышты бөтә урындарҙа ла бер тигеҙ таҙа итергә тырышабыҙ. Бының өсөн иң ҡиммәтле һәм сифатлы системаларҙың береһе ҡулланыла. Монтажда бөтәһе 16 кеше ҡатнашты. Экстремаль шарттарҙа эшләнек, кисәге ел ҡапыл иҫкәндә секундына 20 метрға етте. Бөгөн тынысыраҡ, сәхнәнең конструкцияһы ла ҙур тәьмин ителеште күтәрә ала», — тип һөйләне компанияның техник директоры Александр Селезнев.
Сара башланыр алдынан тамашасыларға «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән йәнһүрәттәр тәҡдим ителде. Алда – тағы ла өс фестиваль көнө: Этнотөн, Милли симфоник оркестр менән икенсе Симфоник төнө, «Мираҫ» ансамбленең концерты, «Өфө-Ҡурайфест».
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика