11:31 (UTC+5), 16 Июня 2017

Башҡорт драма театры Мәскәүҙең Щепкин исемендәге театр училищеһына һәләтле йәштәрҙе йыя

асыҡ сығанаҡ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Мәскәүҙең М.С. Щепкин исемендәге театр училищеһында «Актерлыҡ сәнғәте» һөнәре буйынса уҡыу өсөн конкурс иғлан итте. Һайлап алыуҙа ҡатнашыуға документтарын тапшырған дәғүәселәр өсөн 23 июндән 3 июлгә тиклем ижади консультациялар уҙғарыла. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге битендә актер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев хәбәр итә.
Актер фекеренсә, был республиканың ижади йәштәре өсөн яҡшы мөмкинлек, сөнки был махсус курс — конкурсты үткәндәр илдең иң яҡшы театр институттарының береһендә бөтөнләй бушлай уҡый ала.
Хөрмәтулла Үтәшев Башҡорт драма театрында Щепкин исемендәге театр училищеһына һуңғы махсус курстың 2002 йылда ойошторолоуын иҫкә төшөрҙө. Хәҙер ошо курсты тамамлаусылар — билдәле сәхнә оҫталары: Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Ирада Фазлаева, Милена Сираева, Артур Ҡунаҡбаев, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Фәнис Рәхмәтов, Ринат Баймырҙин, Урал Әминев, Юнир Ҡоланбаев, Артур Кәбиров.
«Бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!», — тип мөрәжәғәт итә йәштәргә Хөрмәтулла Үтәшев. Бының өсөн хатта Мәскәүгә лә барырға кәрәкмәй, баш ҡала профессорҙары үҙҙәре Өфөгә килеп, имтихан аласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт — 8(347) 235-78-16, 8(347) 233-59-00 телефондары буйынса.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика