06:43 (UTC+5), 15 Июнь 2017

Илдар Абдразаҡов Парижда оҫталыҡ дәресе үткәрә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева /. Бөтә донъяға билдәле бас, яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов Парижда академик вокал буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. 14, 15 һәм 17 июндә йырсы Париж операһы ҡарамағындағы Йәш йырсылар академияһында үҙенең оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлаша.
Был миҙгелдә программа буйынса Франциянан, Болгариянан, Рәсәйҙән һәм Гватемаланан 10 йәш йырсы шөғөлләнә. Уҙған көндө Илдар Абдразаҡов бөтә донъяның төрлө опера сәхнәләрендә сығыш яһаған бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты, итальян стиленең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне һәм иртәгәгә студенттарға өйгә эш бирҙе.
«Көндө йәш йырсылар менән уҙғарҙым. Энергиялары ташып торған, теремек, ниҙер эҙләүсе һәйбәт кешеләр. Хоҙай уларға яҡшы остаздар һәм дөрөҫ аҙымдар бирһен. Иртәгә дауам итербеҙ!» — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Илдар Абдразаҡов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, танылған йырсы һәләтле йәштәргә даими ярҙам итеп тора. Ул Елена Образцованың халыҡ-ара музыка академияһының художество етәксеһе. Опера йондоҙо сәнғәт һәм халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү өлкәһендә йәш таланттарға ярҙам итеү һәм уларҙы танытыу фондын етәкләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика