07:00 (UTC+5), 15 Июня 2017

Өфөлә үҙ ғүмеренә ҡул һалыусылар хаҡында спектакль әҙерләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Николай Эрдмандың пьесаһы буйынса «Үҙ-үҙен үлтереүсе» спектакленең репетицияларына тотондо. Премьера ноябрҙең тәүге яртыһына билдәләнгән. Популяр пьесаны Йәштәр театрының художество етәксеһе Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерә.
«Үҙ-үҙен үлтереүсе» пьесаһы, үҙенең исеменә ҡарамаҫтан, ысын комедия. Сәйер, мәғәнәһеҙ, ғәҙәти булмаған хәлдәр тамашаны фантасмагорияға әүерелдерә.
«Беҙ эш өсөн йәнә етди материал алдыҡ. Николай Эрдмандың пьесаһы кешелекте ҡаплаған мәҙәниәтлелек шекәрәһенең ни тиклем йоҡа икәнлеген тағы тапҡыр раҫлай. Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙҙең мөмкин булған мәғәнәһеҙлегенән ҡурҡыу өсөн уны аҙ ғына күтәрергә кәрәк», – ти Мөсәлим Күлбаев.
Әҫәрҙең тексында датаға тура күрһәтмә юҡлығына ҡарамаҫтан, спектаклде 1917 йылғы Октябрь революцияһы ҡорбандары иҫтәлегенә арнарға булдыҡ, тип хәбәр итте театрҙың матбуғат секретары Дарья Ольхова.
Спектаклдә ролдәрҙе Евгений Лопатин, Элина Гусева, Зарема Сейтмеметова, Андрей Ганичев, Александра Комарова, Людмила Воротникова, Андрей Шрайнер, Азат Маликов, Марат Ҡорбанғәлиев, Линар Әхмәтвәлиев, Марат Сәйфуллин, Ольга Мусина, Эльвира Шрайнер, Любовь Никитина, Тигран Довлатбекян, Юлия Ныркова, Иванна Калмыкова, Дмитрий Гусев, Ильяс Хәсәншин башҡара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика