02:36 (UTC+5), 14 Июня 2017

«Китап» нәшриәте «Ҡыҙыл майҙан» фестивалендә өс дипломға лайыҡ булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең эшмәкәрлеге «Ҡыҙыл майҙан» фестивалендә лайыҡлы баһа алды. «Китап» нәшриәте өс диплом яуланы. Рәсәй китап нәшер итеүселәре ассоциацияһына «Иң яҡшы йыл китабы»на тәҡдим ителгән Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» китабы мәҙәни мираҫты популярлаштырғаны өсөн Рәсәй Китап союзының дипломын алды. «Мәҙәниәттәр диалогына өлөш индереүсе иң яҡшы баҫма» номинацияһында Рәсәй китап нәшер итеүселәре ассоциацияһының дипломы менән Эльза Миһранованың «Башҡорттар. Традицион туҡланыу системаһы: тарихи-этнографик тикшеренеү» тигән китабы баһаланды. Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡтың «Кесе Ватан» XIII бөтә Рәсәй төбәк һәм крайҙы өйрәнеү әҙәбиәте конкурсының «Тыуған төйәгебеҙҙең кешеләре» номинацияһында финалсы дипломына Флүрә Әхмәрованың «Хәтер биттәре» китабы лайыҡ булды.
«Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале Мәскәүҙә 3-6 июндә үтте. Иң яҡшы китаптар Василий Блаженный соборонан алып Тарихи музейға тиклем арауыҡты биләне. Ҡыҙыл майҙан ошо дүрт көнгә Китап майҙанына әйләнде, яңы гуманитар – әҙәби, музыкаль, театраль, тарихи үлсәмгә эйә булды. Быйыл фестиваль өсөнсөгә уҙғарылды. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте төп әҙәби байрамда йыл һайын ҡатнашып килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика