09:53 (UTC+5), 14 Июня 2017

Баш ҡалала «Евразия йөрәге» фестивалендә легендар «Карауанһарай» төркөмөнөң тәүге составы сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Евразия йөрәге» фестивалендә легендар «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмөнөң беренсе, иң популяр составы сығыш яһай. Артур Туҡтағолов, Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Әмир Тойғонов һәм Мәхмүт Нәҙершин составындағы легендар төркөмдөң сығышын фестивалдең һуңғы көнөндә, 18 июндә, Өфө амфитеатрында «Ufa-Kuraifest» концертында ҡарарға мөмкин.
«Беҙгә тәүге состав менән сығыш яһарға сараны ойоштороусылар — Башҡорт дәүләт филармонияһы тәҡдим итте, — ти төркөмдөң солисы, танылған ҡурайсы, актер һәм алып барыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов. — Артур Туҡтағоловтың «Карауанһарай» һәм «Ҡурай» йырҙарын башҡарырға ниәтләйбеҙ».
Төркөмдөң беренсе составы тамашасылар араһында әүәлгесә популяр, тип һөйләне артист. 2016 йылда төркөм республиканың байтаҡ ҡала һәм райондарында, шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә булып ҡайтты. Яңыраҡ ҡына коллективтың «Башҡорт йыры» фестивалендә, Артур Туҡтағоловтың юбилейында, «Карауан» төркөмөнөң концертында сығыш яһауы ла тамашасыларҙың хәтерендә ҡалған. Музыканттарҙың иҫке йырҙарға яңы аранжировкалар яһау ниәте бар.
«Карауанһарай» төркөмө 1990 йылда ойошторолдо. Боронғо музыка ҡоралы ҡурайҙың һәм заманса эстрада ансамбленең берләшеүе уның төп үҙенсәлеге ине. Чечен-Ингуш Республикаһында Бөтә Рәсәй рок һәм поп-төркөмдәр конкурсында беренсе премия лауреаты исемен алды (1991). Коллектив Алматыла «Азия тауышы» халыҡ-ара конкурсы дипломанты булды (1992). «Сыңрау торна» композицияһы бер нисә ай немец радиоһы хит-парадында төп урынды биләне. 1994 йылда төркөм Төркиәгә Халыҡ-ара йәштәр фестиваленә саҡырылды. Һуңынан Силәбе һәм Пермь өлкәләрендә, Татарстанда һәм Чечен-Ингуш Республикаһында, Төмән һәм Ырымбур өлкәләрендә гастролдәрҙә йөрөп ҡайтты. 1995 йылда «Карауанһарай» Башҡорт дәүләт филармонияһы составына инде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика