Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июнь 2017, 08:08

Өфөлә «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы асылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй көнө хөрмәтенә Өфөлә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында «Рәсәй – минең тарихым» тигән тарихи паркты асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Рәсәйҙең баш ҡалаһынан һуң ошондай ҙур мультмедиалы музей ойошторолған тәүге төбәк булды.
Рәсәй көнө һәм ошо мөһим ваҡиға менән республика халҡын Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Мәскәү һәм Бөтә Русь Изгеләрҙән-изге Патриархы викарийы, епископ Егорьевский Тихон, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй, Шәйех-ул-Ислам Тәлғәт Тажетдин һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова ҡотланы.
- Үҙ тарихын белмәгән дәүләттең киләсәге лә булмағаны һәр кемгә билдәле. Бөгөн, Рәсәй көнөндә беҙ һеҙҙең менән үҙенсәлекле проектты – «Рәсәй – минең тарихым» тигән тарихи паркты асабыҙ, – тине Михаил Бабич. – Йәштәргә лә, илебеҙҙең бөтә граждандарына ла шуны әйтегә кәрәк: үҙ тарихыңды, йолаларыңды, ата-бабаларыбыҙ эшләгән нәмәләрҙе яҡшыраҡ белеү һәм Рәсәйҙең бөтә тарихи этаптарында булған ошо данлы йолаларҙы һәм ҡаҙаныштарҙы арттырыу өсөн барыһын да эшләү бик мөһим.
Тулы хоҡуҡлы вәкил Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Антон Вайноның тәбрикләү телмәрен уҡып ишеттерҙе, унда «алдынғы мәғлүмәти мультимедиалы технологиялар музейға килеүселәргә илебеҙҙең бай тарихи, героик, мәҙәни мираҫына яңыса ҡарарға, рухи тамырҙарыбыҙға ҡағылырға, Тыуған илебеҙҙең яҙмышында шәхси ҡағылышыбыҙҙы тойорға мөмкинлек бирә», – тип билдәләнә.
- Бөгөн иҫ киткес мультимедиалы күргәҙмәне, «Рәсәй – минең тарихым» тигән тарихи паркты асабыҙ. Был бик мөһим ваҡиға, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең балалар, колледждарҙа, техникумдарҙа уҡыусы студенттар күпләп ошо комплексҡа килһен, ниндәй бөйөк һәм көслө илдә йәшәгәнебеҙҙе күрһен һәм аңлаһын ине.
Башҡортостандың тәжрибәһен өйрәнеү һәм проекттың географияһын артабан да киңәйтеү өсөн паркты асыу сараһына илебеҙҙең 20-ләгән төбәге вәкилдәре килде.
7000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашҡан тарихи паркка яҡынса 500 берәмек мультимедиалы техника инә һәм заманса технологиялар ярҙамында илдең мең йылдан ашыуыраҡ тарихын панорамалы күрһәтә.
Күргәҙмәлә «Рюриковичтар», «Романовтар», «1914-1945: бөйөк кисерештәрҙән Бөйөк Еңеүгә» һәм «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙән алып 2017 йылға» тигән дүрт экспозиция тәҡдим ителгән.
Өфөләге күргәҙмәнең төп үҙенсәлеге — Рәсәйҙең һәм Башҡортостан тарихының тығыҙ үрелеп барыуы хаҡында һөйләү. Бында башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихын бәйән иткән видеопроекция коллаждары, Өфө кремленең яңы 3D реконструкцияһы, төйәктең тәбиғи байлыҡтары хаҡында мультимедиалы китап тәҡдим ителгән. Төбәктең күп конфессиялы тарихына арналған мультимедиалы саралар мөһим урын биләй.
Күргәҙмәне ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, Башҡортостанды Рәсәйҙең тарихи парк ойошторолған тәүге төбәге сифатында һайлауҙары осраҡлы түгел. Республикала мәғариф проекттарына ҙур иғтибар бүленә, төбәктең конгресс инфраструктураһы үҫешкән, уның күп милләтле һәм күп конфессиялы булыуы айырым үҙенсәлек булып тора.
Проекттың төбәк этабы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамы менән ғәмәлгә ашырылған.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: