11:15 (UTC+5), 13 Июня 2017

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале бөтә донъяға күрһәтеләсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале бөтә донъяға күрһәтеләсәк. Көн һайын 15 июндән 18-нә ҡәҙәр онлайн-трансляция сараның рәсми сайты аша бойомға ашырыласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында йыл һайын ойошторолған фестивалдең директоры Айҙар Зөбәйҙуллин белдерҙе.
Беренсе кис — «Берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты Рәсәй көнөндә фестивалде асты ла инде. Киләһе дүрт көндә open air концерттары нон-стоп режимында бара.
15 июндә тәүгеләрҙән булып программаны танылған сәнғәт оҫталары Илһам Вәлиев, Артур Ҡәйепҡолов, Гөлнара Вәлиева, виолончелдә уйнаусы Рөстәм Хәмиҙуллин, флейтасы Инна Фоменко һәм башҡалар ҡатнашлығында Йәштәр симфоник оркестры аса. Етәксеһе Линар Дәүләтбаев һүҙҙәренсә, оркестр Шуберттың Тамамланмаған симфонияһын уйнай.
16 июндә программа бик бай: ул З. Вәлиди урамы буйлап милли кейемдәр парады менән асыла, байрамды 300-гә яҡын гармунсы һәм баянсы ҡатнашлығында «Уйна, гармун» дауам итә, һуңынан Этнотөн башлана, унда «Иван Купала», «Хартыга» (Тыва Республикаһы), «Trad attack» (Эстония) этно-төркөмдәренең сығыштары ҡаралған. Башҡортостандан «Zainetdin» проекты һәм «Арғымаҡ» төркөмө ҡатнаша.
Өсөнсө кисте 17 июндә Милли симфоник оркестр һәм йондоҙҙар-солистар үткәрә, улар араһында бөтә донъяға билдәле яҡташыбыҙ Асҡар Абдразаҡов бар. Оркестр менән шулай уҡ Мария театры солисы Эдем Умеров (баритон), Гөлнара Низамова (Кубань, сопрано), Михайловский театры солисы, П.И. Чайковский исемендәге XIII Халыҡ-ара конкурста икенсе премияға лайыҡ булған Олеся Петрова (меццо-сопрано), классик гитарала виртуоз башҡарыусы Ровшан Мамедкулиев сығыш яһай. Концертта Башҡортостандың Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы ла ҡатнаша.
Һуңғы кисте 18 июндә «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле аса. Фестиваль «Өфө – Ҡурайфест» концерты менән тамамлана. Тамашасылар Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, «Ятаған» этно-төркөмө, Мәскәүҙең «Zaman» төркөмө сығыштарын ҡарай ала. Өфө амфитеатры сәхнәһендә тәүгә 200-гә яҡын кешенән торған ҡурайсылар ансамбле сыға. Бының өсөн баш ҡалаға республика райондарынан коллективтар саҡырылған.
«Беҙҙең фестиваль Рәсәйҙең генә түгел, бөтә донъя фестивалдәре араһында ла төп урын биләүгә лайыҡ. Бындай сараны һәр ил ойоштора алмай. Беҙ сираттағы тапҡыр Башҡортостан һәм уның халҡы донъя граждандары икәнлеген күрһәтәсәкбеҙ», — тип билдәләне Айҙар Зөбәйҙуллин.
Әле Өфө амфитеатрында фестивалгә һуңғы әҙерлек эштәре бара. Тауыш режиссерҙары командаһы Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан йәлеп ителә. Ямғыр яуған осраҡта, йоҡа плащтар (дождевиктар) һатыуҙы ойоштороу күҙаллана. Фестиваль көндәрендә Телеүҙәк туҡталышынан транспорт ғәҙәттәгегә ҡарағанда оҙағыраҡ йөрөйәсәк.
«Евразия йөрәге» фестивален ойоштороусылар — федераль Мәҙәниәт министрлығы һәм Милләттәр эштәре буйынса агентлыҡ, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт филармонияһы.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика