Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июнь 2017, 15:47

«Рәсәй – минең тарихым!» тарихи паркы Өфө биләмәһендә яңы туристик үҙәк буласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Рәсәй – минең тарихым!» тарихи паркы Өфө биләмәһендә яңы туристик үҙәк буласаҡ», — тип белдерҙе «Арт-Өфө» мәҙәни-мәғариф үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Евгений Маврин «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында. Бөгөн ойоштороусылар яңы ғәҙәти булмаған музей проектының үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
Рәсәй көнөндә Өфөлә, ВДНХ-Экспо биләмәһендә уникаль мультимедиалы проект — «Рәсәй – минең тарихым!» тарихи паркы асыла. Өфө — илдә Мәскәүҙән һуң проект тормошҡа ашырылған тәүге ҡала. Парк 2013-2016 йылдарҙа Мәскәү манежында үткән һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Рюриковичтар», «Романовтар», «Бөйөк кисерештәрҙән бөйөк Еңеүгә», «Рәсәй — минең тарихым. 1945 — 2016» тигән экспозицияларға нигеҙләнгән.
«Әле бындай парктар — Ватаныбыҙҙың боронғо дәүерҙәрҙән алып бөгөнгә тиклемге тарихын панорамалы белергә мөмкин булған берҙән-бер комплекстар. Рәсәйҙәге бер музей ҙа был бурысты хәл итмәй. Өфөләге тарихи парк Башҡортостан ғына түгел, федераль округ сиктәрендә лә ошо етешһеҙлекте яйға һала», — тип билдәләне Гуманитар проекттар фондының (Мәскәү) идара итеүсе директоры Иван Есин.
Тарихи парктың тағы ла бер үҙенсәлеге шунда: уның булдырғанда тарихи контентты күҙ алдына килтереүҙең заманса технологиялары: голограммалар, уйын ҡушымталары, видеоинсталляция, видеоинфографика, йәнһүрәттәр ҡулланылған. Барыһы ла килеүселәр дәреслектәрҙә һәм китаптарҙа уҡығандары менән мауыҡтырғыс формала таныша алһын өсөн эшләнгән. Ете мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан тарихи паркта айырыуса төбәк контентына ҙур урын бирелгән. Һәр залда республика тарихына арналған айырым стенд бар.
«Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда тарихи парк булдырыу башланғысын хупланы. Ошо музей бөйөк тарихыбыҙға ҡағылырға һәм хатта уның бер өлөшө итеп хис итергә мөмкинлек бирәсәк. Мәҙәниәт министрлығы «Арт-Өфө» мәҙәни-мәғариф үҙәге, Милли музей, Фәндәр академияһы менән берлектә төбәк контентын булдырыуҙа әүҙем ҡатнашты», — тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты вазифаһын башҡарыусы Айтуған Аҡманов һүҙҙәренсә, экспозицияла башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа, күренекле эшмәкәрҙәр Әхмәт-Зәки Вәлидигә, Шәйехзада Бабичҡа бағышланған материалдар сағылыш тапҡан. «Башҡортостандың тәүгеләрҙән булып проектты бойомға ашырыуы осраҡлы түгел. Ул быуаттар буйына Рәсәй дәүләтенә ҡарата тотороҡлоғо менән айырылып торған, — тип билдәләне спикер. — Проект даими рәүештә тулыландырыласаҡ, өҫтәүенә алда республиканың 100 йыллығына арналған тантаналар көтөлә».
«Арт-Өфө» мәҙәни-мәғариф үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы идараһы рәйесе Василий Пеганов әйтеүенсә, проекттың бюджеты яҡынса 300 миллион һум тәшкил иткән. Сентябрҙән башлап проектҡа көнөнә 500-600 кешене йәлеп итеү планлаштырыла. Билет хаҡы 300 һум буласаҡ, ләкин төркөмдәр өсөн махсус хаҡтар билдәләнәсәк. Проект көн һайын көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Асылған көндә проекттың сайтында теркәлгән тәүге 250 кеше беренселәрҙән булып тарихи парктың экспозициялары менән таныша аласаҡ.
Читайте нас: