11:56 (UTC+5), 09 Июня 2017

«Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» асыҡ форумын уҙғарыу урыны билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Быйыл «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» асыҡ форумын республиканың Илеш районы ҡабул итә. 30 июндән алып 2 июлгә тиклем үтәсәк йыйынға Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең йәштәре саҡырылған.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, форумдың программаһында мәғариф, ижади һәм спорт майҙансыҡтарының эше ҡаралған. Өфө спикерҙары тарих, мәҙәниәт һәм башҡорт халҡының килеп сығышы темаларына сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ шәхси үҫеш, шәхес тәрбиәләү тренингтары планлаштырыла. Форумды башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сағыу концерты биҙәйәсәк. Форумдың эше дискотека менән тамамланасаҡ.
Сараның маҡсаты – йәштәрҙе туплау, төрлө йүнәлештәрҙә тәжрибә алмашыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, милли мәҙәниәтте һәм башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен пропагандалау, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу. Форумды ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Башҡортостандың «Йәш гвардияһы», Илеш районы хакимиәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика