10:57 (UTC+5), 08 Июня 2017

Башҡортостандың йәш бейеүселәре Мәскәүҙә бөтә донъя олимпиадаһында лайыҡлы сығыш яһаны

Туймазы районы хакимиәте
Туймазы районы хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә бөтә донъя бейеү олимпиадаһы тамамланды, унда Башҡортостан исеменән Туймазы ҡалаһының «Феникс» бейеү мәктәбенең йәш тәрбиәләнеүселәре лайыҡлы сығыш яһаны. Наталья Татьянкина етәкселегендәге туймазылар командаһы «Хип-хоп. Дети формейшн Кубок России» номинацияһында дүртенсе урынды яуланы. Мәктәп шулай уҡ Дөйөм Рәсәй бейеү ойошмаһы тарафынан Башҡортостанда иң әүҙемдәрҙең береһе булараҡ билдәләнгән. Быйыл март айында «Феникс»тың өлкән төркөмө Саранск ҡалаһында «Мировая серия» халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә беренсе урынды алғайны.
«Феникс»та балалар стрит-данс стилендәге бейеүҙәр менән шөғөлләнә. Был төшөнсә махсус хореография студияларынан ситтә: урамда, ихатала, клубта, дискотекала башҡарылған төрлө бейеү стилдәрен берләштерә. Мәктәптә өс йәштән алып балалар шөғөлләнә, өлкәндәр ҙә бар, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика